Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Июнь 2020, 12:24

Тормош ҡәҙерен белә

.

Оҙайлы һәм һоҡланғыс тормош юлы үткән, үҙ ғүмерендә күпте күргән һәм кисергән, ҡылған эштәре менән хөрмәт ҡаҙанған һәм бөгөн дә башҡа кешеләргә, туғандарына, балаларына һәр яҡлап өлгө булып торған, ихтирамға, иғтибарға лайыҡ, матур күңелле кешеләрҙең арабыҙҙа булыуы ҡыуаныслы. Аҡъяр ауылында ғүмер кисереүсе Зәкирә Ҡоҙабаева тап шундайҙарҙың береһе.
Бынан 70 йыл элек Бохарбаевтар ғаиләһендә бер ҡыҙ бала донъяға килә. Уға Зәкирә тип бик матур исем ҡушалар. Исеменә күрә есеме, тиҙәр, ул зирәк, аҡыллы, эшлекле, һәләтле булып буй еткерә.
Мәктәпте тамамлап, Аҡъярҙа клуб мөдире булып эшләй. Клубта осраҡлы ғына эшләмәй ул, сөнки матур итеп йырлай. Һылыу ҡыҙ еҙнәйебеҙ Рәфҡәтте осратып, сәстәрен-сәскә бәйләп, тормош ҡоралар. Бер ҡыҙ һәм бер улға ғүмер бүләк итәләр.
Бөгөнгө көндә балалары үҙҙәре оло йәштә. Ҡыҙҙары Альбина Райхан кейәүе менән үҙҙәре ҡартатай һәм ҡартәсәй. Уларҙың улдары Руслан һәм Рөстәм юғары уҡыу йортон тамамлап, Өфөнән фатир алып төпләнделәр. Руслан Снежана килен менән бер ҡыҙ үҫтерәләр, шәхси магазин тоталар. Рөстәм Себер тарафтарында эшләй. Улы Альберт Фәнүзә килен менән ике ҡыҙ бер ул үҫтерәләр. Улар бөгөнгө көндә мәктәптә уҡып йөрөйҙәр. Улар үҙ көсө менән матур йорт һалып инеп, татыу ғүмер кисерәләр. Ғаилә башлығы үҙе “Бүребай тау- байыҡтырыу комбинаты”нда уңышлы эшләп йөрөй.
Зәкирә Хәйретдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар балалар баҡсаһында, артабан хаҡлы ялҡа сыҡҡансы почта бүлексәһендә эшләне. Бынан 30 йыл элек еҙнәйебеҙ был донъянан китеп барһа ла, апайыбыҙ бирешмәне. Донъя көтәм тип тырышып йәшәне.
-Балалар йөҙөбөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Барыһына ла туйҙар яһап, матур тормош юлына сығарырға тырыштыҡ. Ейән-ейәнсәрҙәремә ҡарап, ҡыуанып ултырам. Мин бик бәхетле өләсәй,-ти апайым.
Бөхтәлекте яратҡан Зәкирә апайҙың һәр саҡ матур итеп йыйыштырылған йорто, мул һыйлы өҫтәле, ихатаһы тулы ҡош-ҡорто, баҡсаһында ишелеп уңған йәшелсә, емеш-еләге, йорт алдын йәмләгән сәскәләре, тәҙрә төбөндәге күҙҙең яуын алырҙай гөлдәре уңған хужабикә икәнен иҫбатлай. Тормоштоң ҡәҙерен белеп йәшәгән Зәкирә апайыма ныҡлы сәләмәтлек теләйһе ҡала.
Гөлсирә Байғусҡарова.
Читайте нас: