Милли матбуғат баҫмаларының тиражы кәмеүе – һуңғы йылда иң тәрән уйландырған мәсьәләләрҙең береһе. Хаҡтар артыуына, финанс көрсөгөнә һәм башҡа ҡыйынлыҡтарға һылтанып тормай, күптәр матбуғатҡа тоғролоҡ һаҡлай, редакциялар ҙа, үҙ сиратында, уҡыусыларына һәйбәт ял сәғәттәре бүләк итергә, яңылыҡтарҙы ваҡытында һәм тулы күләмдә еткерергә, проблемаларҙы өйрәнергә һәм күтәреп сығырға тырыша.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тираж йылдан-йыл күберәк юғалтыу кисерә, сөнки гәзит-журнал уҡыусылар сафында күпселекте матбуғаттың оҙаҡ йылдар дауамында һыналған дуҫтары, йәғни элек-электән яҙылып, һәр һанын уҡып барғандар тәшкил итә. Тик һуңғы осорҙа гәзитте даими алдырыусыларҙан гәзиттең үҙ ваҡытында килмәүе тураһында күп ишетергә тура килә. Был мәсьәләне аныҡлау өсөн почта хеҙмәткәрҙәренә мөрәжәғәт иттек.
-Күптәрҙә почта йәшниктәре юҡ, булғандары гәзиттәрен, түләү ҡағыҙҙарын алалар ҙа ҡапҡасын япмай. Шуға күрә ваҡытлы матбуғат юғала, газ, электр энергияһына түләү ҡағыҙҙары ҡайҙалыр оса. Белеүегеҙсә, беҙҙә һәр ваҡыт ел була. Бөгөн был беҙҙең өсөн ҙур проблема булып тора. Былай мин хеҙмәтләндергән участкала күбеһенең почта йәшниктәре бар. Тик бына яңы төҙөлгән күп ҡатлы йорттарҙа улар бөтөнләй ҡуйылмаған. Ә беҙ гәзит-журналдарҙы ҡайҙа һалырға тейеш һуң? Улар бит юғала. Хәҙерге тимер ишектәргә ҡыҫтырып та булмай. Шунан инде халыҡ беҙгә үпкә белдерә. Ғәҙәттә беҙ ундайҙарҙы иҫкәртергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, Аҡмулла урамы, 5А адресында ике-өс кенә йәшник бар. Ә бит түләү ҡағыҙҙары барыһына ла килә. Әлбиттә, яңыраҡ капиталь ремонтланған подъездарҙа беренсе ҡатта бер урында почта йәшниктәре ҡуйылған. Миҫалға Батанов урамы, 14 адресын килтерергә була. Барыһында ла шулай булырға тейеш.
Шуға күрә кешеләр почта йәшниктәрен ҡуйһындар һәм гәзит-журналдарын алғас, уны ябырға онотмаһындар ине, -- ти Аҡъяр ауылы почтальоны Гүзәл Сыңғыҙова.
Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 48-се һанында уҡығыҙ.