Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
11 Июнь 2020, 13:56

Фельдшер-акушерлыҡ пункты сәнәғәт предприятиеһы ярҙамына таяна

-

Медицина өлкәһендә 30 йылдан ашыу намыҫлы хеҙмәт иткән тәжрибәле фельдшер Рәмилә Бикбулатова бөтәһе 234 кешене хеҙмәтләндерә. Ул пациенттарын дарыуҙар менән генә түгел, йылы һүҙе, яғымлы ҡарашы, фәһемле кәңәштәре менән дә дауалай. Ауыл фельдшеры элек-электән алыштырғыһыҙ, хөрмәтле кешеләрҙән һанала. Сөнки тәүлектең ҡайһы ваҡыты булыуына ҡарамаҫтан,ул һәр ваҡыт ярҙамға ашыға. Бигерәк тә район үҙәгенән йыраҡта урынлашҡан ауылдарҙа. Шуға ла халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн уңайлы шарттар ҙа булыу мөһим.
  • Фап-ҡа 2014 йылда “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте ярҙамы менән төкәтмә яһалды. Былтыр улар электр үткәргесен, иҙәндәрен алмаштырҙылар, линолеум түшәнеләр, ҡыйыҡты профнастил менән яптылар, канализация эшләп, унитаз, йыуынғыс, бойлер, ҡуйҙылар. Яңыраҡ ҡоймаларҙы алыштырҙылар. Киләһе йыл улар фельдшер-акушерлыҡ пунктын тыштан көпләргә, тәҙрәләрҙе алмаштырырға ниәтләйҙәр. Медицина ҡорамалдарына ла заказ биргәйнек, ошо арала алып килеп ҡороп ултырттылар. Сәнәғәт предприятиеһына даими ярҙамдары өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
  • Әле ФАП-та процедурный, ауырыуҙарҙы, балаларҙы һәм йөклө ҡатындарҙы ҡабул итә торған айырым бүлмәләр бар. Бөгөнгө көндә төрлө категория граждандарын хеҙмәтләндерәм. Мөрәжәғәт итеүсе пациенттарҙың күбеһе быуындар һыҙлау, юғары ҡан баҫымы, йөрәк ауырыуҙары менән яфалана. Тағы ла һуңғы ваҡытта йәмғиәтебеҙҙә аллергия ауырыуы көсәйеп бара. Уның менән өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ауырый.
    1988 йылда бында эшкә килгәндә мейес яға торғайныҡ. 1990 йылда совхоз ярҙамы менән ремонтлап, электр менән йылытҡыс эшләнек. 2002 йылда газ үтте. Әле ремонттан һуң, эшләүе күпкә еңелерәк. Киләсәктә медицина өлкәһен һайлаған, беҙгә алмашҡа килеүсе йәштәргә бар уңайлыҡтар булдырылды. Бар күңелен һалып, дәртләнеп эшләһендәр генә, -- ти Рәмилә Муса ҡыҙы.
    Һаулыҡ һаҡлау учреждениеһының гөрләп эшләүе, ауылдың киләсәге булыуын иҫбатлай. Бөгөнгө еңел булмаған заманда ошондай ауылдарыбыҙ булыуы ҡыуаныслы күренеш. Фельдшер-акушерлыҡ пунктының халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.
    Читайте нас: