Петропавловка ауылында электән башланғыс мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты уңышлы эшләп килә. Һуңғы йылдарҙа был социаль объекттарға капиталь ремонттар яһалып, балаларға белем биреүгә һәм ауырыуҙарҙы ҡабул итеүгә заманса уңайлыҡтар булдырылды.
Өфө урта мәктәбенең филиалы булған башланғыс мәктәптә 13 уҡыусы иҫәпләнә. Тәжрибәле педагог Гөлдәр Йәрмөхәмәтова балаларға төплө белем бирһә, ашнаҡсы Эльмира Сәлимова уларҙы тәнәфестә тәмле аш менән һыйлай.
-1989 йылда бында эшкә килгәндә саман мәктәп ине. 1992 йылда ошо бинаға күстек. 2015 йылда “Башҡорт баҡыры” йәмғиәте ярҙамы менән капиталь ремонт яһалды. Евро тәҙрәләр, яңы ишектәр ҡуйылды, ҡыйығы, иҙән һәм түбәһе, электр үткәргесе тулыһынса алмаштырылды, канализация үткәрелде. Компьютер, плита, газ ҡаҙанлығы, интерактив таҡта менән тәьмин иттеләр. Белем усағының заманса төҫ алыуы эшебеҙҙе йәнләндерҙе. Замана технологияларын ҡулланыу, дәресте ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә мөмкинлек бирә. Ремонт үткәнгә тиклем бина ҡурҡыныс хәлдә ине. Сәнәғәт предприятиеһы асылғандан алып, ярҙамдарын даими күрәбеҙ.“Башҡорт баҡыры” йәмғиәтенең персонал һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Рәмил Туҡаев киләһе йылда ҡойманы ла алмаштырасаҡбыҙ, тине. Ошо көндәрҙә улар яңы парталар, шкаф һәм аш-һыу бүлмәһенә өҫтәл алып киләсәк. Канализация тығылыу һәм башҡа проблемалар килеп тыуһа, улар тиҙ генә ярҙам ҡулы һуҙа. Шуға күрә уларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Район мәғариф идаралығы тарафынан туңдырғыс, бойлер алынды. Өфө урта мәктәбе директоры Зилә Ҡашҡарова менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ. Мәктәптең бер бүлмәһендә балалар өсөн ҡыҫҡа ваҡыт булыу үҙәге урынлашҡан. Унда 11 бала йөрөй. Бина бәләкәй булғанлыҡтан, урын тар. Шуға күрә балалар баҡсаһын икенсе бинаға күсереү мәсьәләһе ҡарала. Күрше генә бүлмәлә урынлашҡас, бәләкәй балалар шаулап, дәрес үткәреүгә ҡамасаулай.Беҙҙә ҙур производство булғас, күсеп килеүсе ғаиләләр ҙә бар, улар, тәү сиратта, ауылда мәктәп һәм балалар баҡсаһы бармы-юҡмы икәнлеге менән ҡыҙыҡһына. Шуға күрә балаларҙан өҙөлмәйбеҙ. Бөгөнгө көндә мәктәпте яңы уҡыу йылына әҙерләйбеҙ. Ауыл советы депутаты Рәйес Ҡотлобирҙин менән мәсьәләләрҙе бергә хәл итәбеҙ. Әлбиттә, киләсәккә план-маҡсаттар күп эшләргә генә кәрәк,-- ти башланғыс кластар уҡытыусыһы Гөлдәр Рәхимйән ҡыҙы.