Йәштән өйләнешеп, олоғайғансы ҡулға-ҡул тотоношоп, тормош юлын бергә үткән ғаиләләр һәр кемдә һоҡланыу тойғоһо уята. Петропавловка ауылында йәшәгән Мөхәмәт һәм Айһылыу Мәҡсүтовтар ҙа – ихтирамға лайыҡ, өлгөлө ғаилә.Бер бөтөн булып матур ғүмер иткән был татыу пар ауылға йәм өҫтәй, уның ҡотон арттыра. Оло йәшкә етеүҙәренә ҡарамаҫтан, йәштәрҙән бер ҙә ҡалышмайҙар, мал аҫрап, баҡса үҫтереп матур, етеш донъя көтәләр, һәр кемгә ярҙамсыл, асыҡ йөҙлөләр. 50 йыл бергә иңгә-иң терәп йәшәгән пар быйыл яҙ алтын туйҙарын билдәләгән.
Мәҡсүтовтар 1970 йылда ғаилә ҡороп, ике ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Һәммәһенә лә белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына сығаралар. Ғаилә башлығы Мөхәмәт Сәйфулла улы Ленин орденлы “Матрай” совхозында ҡырҡ йылдан ашыу фиҙаҡәр хеҙмәт итеп хаҡлы ялға сыға. Айһылыу Ғиззәт ҡыҙы ла фельдшер-акушерлыҡ пунктында, совхозда намыҫлы эшләй. Икеһе лә алдынғылар рәтенән төшмәй.