Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
1 Июнь 2020, 16:36

Китапханасы - тере энциклопедия

Лира Такалова тап шундай тәжрибәле белгестәрҙең береһе.

Май айының ағастар күпреп сәскә атҡан, бар-тирә яҡ йәшеллеккә күмелгән хозур бер мәлендә китапханасылар һөнәри байрамдарын билдәләй. Күптәр уларҙың эше китап биреү һәм ҡабул итеү тип уйлай. Был дөрөҫ түгел. Китапханасы - ул, ысын мәғәнәһендә, китап һаҡлаусы. Әсбаптарҙы классификациялауҙы, библиографик белешмә һәм каталог төҙөү серҙәрен бик яҡшы белеүсе ул. Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге китапханасыһы Лира Такалова ла шундайҙарҙың береһе.
Ул БДУ-ң Сибай институтын тамамлағас, мәктәптә, тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейында эшләй. Әле биш йылға яҡын китапханасы булып хеҙмәтен уңышлы дауам итә. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында китапхана эше буйынса белемен камиллаштырған.
Китапханасы – ул китап һаҡлаусы
  • Йылдар үтеү менән китаптар иҫкерә, туҙа. Китапханасы уларҙы һаҡлау ысулдарын теүәл үтәй. Айырыуса боронғо экземплярҙарҙы, аудио һәм видеояҙмаларҙы. Шулай уҡ китапханасылар заманса мәғлүмәти техника менән, йәғни компьютер һәм башҡа офис аппаратуралары менән дә эшләй белә.
  • Китапхана фонды менән эшләү – улар хеҙмәтенең бер йүнәлеше генә. Икенсе йүнәлеше - уҡыусылар менән эшләү. Ул китапханаға килеүселәргә консультация бирә, кәрәкле әсбап табырға ярҙам итә.
    Бихисап китаптар менән эшләр өсөн яҡшы хәтер ҙә мөһим. Китапхана архивындағы һирәк осрай торған экземплярҙар менән эшләү яуаплылыҡ, бөхтәлек, тәртип талап итә, - ти Лира Хәлит ҡыҙы үҙ һөнәренең нескәлектәре менән таныштырып.
    Әҙәбиәт яратыу мөһим
    Китапханасы иң тәүҙә үҙе китап уҡырға яратырға тейеш тип иҫәпләйем. Был йәһәттән үҙемде бәхетле һанайым. Сөнки әсәйем район үҙәгенә барған һайын китап алып ҡайтыр ине, шулай өйөбөҙҙә бәләкәй китапхана барлыҡҡа килде. 6-7-се кластарҙа уҡығанда уҡ З.Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһы, Һ.Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романын, Н.Мусин һәм башҡа яҙыусыларҙың әҫәрҙәрен уҡып бөткәйнем инде.
    Китапханасы ихлас аралашыусы, тыңлай белеүсе, алдынғы ҡарашлы, заман талаптарына яуап биргән яңы алымдарҙы үҙләштереүсе булырға тейеш тип уйлайым. Йәмғиәтебеҙҙең төрлө осоронда ла китапханасы кәрәкле һөнәр булып ҡалған. Сөнки заманалар нисек кенә үҙгәрмәһен китап уҡыусылар буласаҡ.
    Шулай ҙа заманына ҡарап, китапханасыларҙың да эш талаптары киңәйҙе. Төрлө кисәләргә, осрашыуҙарға сценарийҙар яҙабыҙ. Кәрәк икән, сәхнәгә лә сығабыҙ, режиссер һәм актер ҙа булып китәбеҙ, алып барыусы ролен дә башҡарабыҙ. Китапханаға эшкә килеп үҙемде икенсе яҡтан астым.
    Хеҙмәттәштәремдән уңдым
    Коллектив менән берҙәм хеҙмәтебеҙ баһаланған уңыштарыбыҙ бихисап. Үҙ эшен яратып, юғары кимәлдә башҡарған берҙәм коллегаларым менән республика күләмендә үткәрелгән төрлө ижади конкурстарҙа, проекттарҙа ҡатнашып яуланған беренсе, икенсе һәм призлы урындарыбыҙ бихисап. Ҡаҙаныштарыбыҙ үҙәк район китапханаһының “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә һәр ваҡыт яҡтыртылып бара. Китаханабыҙ янында төрлө түңәрәктәр әүҙем эшләй, коллегаларым менән уларҙы фәһемле һәм ҡыҙыҡлы итеп үткәрергә тырышабыҙ.
    Әле китапты күберәген оло һәм урта быуын уҡый. Шуға күрә йәш быуында китапҡа һөйөү, уларҙа милли рух тәрбиәләү маҡсатында яҙыусылар, арҙаҡлы шәхестәребеҙ ижады һәм тормошона арналған класс сәғәттәре, әҙәби кисәләр, осрашыуҙар даими үткәрәбеҙ. Үҙәк район китапханаһының башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Рәмилә Фәйзуллина менән берҙәм эш алып барабыҙ. Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Аксана Сынбулатова һәм башҡа коллегаларыма эшемдә ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәт белдерәм. Аксана Хәлим ҡыҙы һәммәбеҙҙең идеяһын хуплап, дәртләндереп тора.
    Яңыраҡ уҡыған әҫәрем
    Күптән түгел Сабит Фазлыевтың “Ҡара этап” әҫәрен уҡып сыҡтым. Халҡыбыҙҙың аяныслы үткәне, емерелгән яҙмыштар тураһында уҡығанда йөрәк әрнеһә, ҡаһарман халҡыбыҙҙың үҙ асылын юғалтмауы, телебеҙҙең бөтөүенә юл ҡуймауы ғорурлыҡ тойғолары уята. Әле йәштәрҙең күбеһе китапты электрон вариантта уҡыуҙы хуп күрә. Әммә ундайҙарға ташҡа баҫылған китапты уҡырға кәңәш итер инем. Сөнки шул ваҡытта ғына әҫәрҙең тәмен тоя һәм ундағы ваҡиғаларҙы үҙ йөрәгең аша үткәрә алаһың һәм уның йөкмәткеһе лә хәтерҙә ҡала.
    Ғаиләм - ҡәлғәм
    Юлбарыҫ ауылында Хәлит һәм Рәйлә Байғужиндарҙың ғаиләһендә тәүге мөхәббәт емештәре булып донъяға килгәнмен. Бер-бер артлы донъяға килгән ҡустыларым Марсель һәм Артур менән эшһөйәр, татыу, уңған ғаиләлә үҫтек. Әле тормош иптәшем Фаил менән өс бала тәрбиәләйбеҙ.
    Тырышҡан –ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан”, “Балаңа бәхет теләһәң –эшкә өйрәт” тигән халыҡ мәҡәлдәрен тормош девизы итеп алғанмын. Эшкә һөйөү тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен,- тип һүҙен тамамланы Лира Такалова.
    Мәҡәләм геройына киләсәктә лә хеҙмәтенән йәм табып эшләүен, ижад итеүен һәм яңынан-яңынан үрҙәр яулауын теләп ҡалабыҙ.
    Читайте нас: