Татуировкалар нимә тураһында һөйләй? Мәҫәлән, түңәрәк эсендәге тәре хужаһы дәртле, төрлө башланғыстарҙы хуплаусылар иҫәбенә керһә; үрелгән сәскәләрҙе нәфислеккә, матурлыҡҡа ынтылыусы гүзәл заттар ярата. Ир-заттары араһында сәскә менән татуировка эшләтеүселәр бар. Был уларҙың һығылмалы холоҡло булыуы хаҡында һөйләй. Дини символдарҙы Юғары көстәрҙең барлығына ышанғандар эшләтә. Күҙ һүрәтен эшләткәндәр һәр саҡ кеше араһында йөрөргә, иғтибар үҙәгендә булыуҙы хуп күрә.