Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
28 Май 2020, 14:48

“Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы ярҙамында ауыл биләмәләре төҙөкләндерелә

-

2014 йылдан эшләп килгән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһы районда әүҙем тормошҡа ашырыла. Тап ошо программа ярҙамында ауыл биләмәләрендә һуңғы йылдаҙа бихисап эштәр башҡарылды.
Күптән түгел был программа буйынса быйыл тормошҡа ашырыласаҡ проекттарҙы һайлау конкурсына йомғаҡ яһалды. Һөҙөмтәлә райондан алты проект еңеүселәр иҫәбенә инде. Бына улар Федоровка ауылында башланғыс мәктәптең спорт залына капиталь ремонт яһау, Таштуғай һәм Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында зыяратты кәртәләү, Юлбарыҫта һәйкәлде ремонтлау, Атингән ауыл биләмәһенә янғын һүндереү автоцистернаһы, Әлибай ауылы клубына музыкаль ҡорамал алыу. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: Әбеш ауыл биләмәһе йыл һайын һайлап алыу конкурсын үтә. Былтыр улар программала ҡатнашып, Һаҡмар-Наҙарғол ауылы зыяратын кәртәләп ҡуйһалар, быйыл иһә ошондай уҡ изге эште Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ла атҡарырға ниәтләйҙәр.
- Ауыл хакимиәте башлығы Таһир Мөғлитдин улы Юнысов “Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы”нда ҡатнашырға тәҡдим иткәс тә ауыл халҡы дәррәү ризалашты һәм йыйылышта тәҡдим ителгән бер нисә проект араһынан иң лайыҡлыһы һәм кәрәклеһе тип бер тауыштан зыяратты кәртәләүҙе күтәреп алды. Был программала еңеүебеҙгә ауылдаштар бик шат. Ағас бик тиҙ сереү сәбәпле зыяраттың әлеге ҡоймалары күпкә сыҙамаҫ ине. Зауыҡлы биләмәләр йылында был бик кәрәкле эш, сөнки мәңгелек йортобыҙ матур, таҙа булырға тейеш. Былай йыл һайын өмәләр үткәрелеп, зыяратыбыҙ йыйыштырыла. Ошо программа ярҙамында уның ҡоймаларын да яңыртып ҡуйһаҡ, тағы ла яҡшыраҡ буласаҡ. Төҙөлөш материалдары алыу менән был изге эш башланып, ауылдаштар ярҙамы менән тиҙ арала тамамланыр тип өмөт итәбеҙ,- тине Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан Гөлназ Сурина.
Таһир Юнысов, Әбеш ауыл биләмәһе башлығы:
  • “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһында алтынсы тапҡыр ҡатнашабыҙ. Уның ярҙамында ауыл биләмәһендә бихисап эштәр башҡарҙыҡ, өр-яңы трактор, янғын һүндереү машинаһы алдыҡ. Был программа беҙҙең өсөн ҙур ярҙам, сөнки уны булдырғанға тиклем ауыл биләмәһендә ҙур сығым талап иткән бындай күләмле эштәр башҡарылманы тип әйтергә була. Былтыр ошо программа ярҙамында халыҡ менән Һаҡмар-Наҙарғол ауылындағы зыяратты кәртәләгәйнек. Йәғни аукцион үтеп, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары алғас, эште өмә менән ауыл халҡы үҙе башҡарҙы. Һаҡмар-Наҙарғолдар бик әүҙем, дәртле эшләне һәм бер ай эсендә уны тамамлап та ҡуйҙы. Әйтергә кәрәк, ситтә йәшәгән ауылдаштар ҙа финанс яҡтан ҙур ярҙам күрһәтте.
  • Быйыл ошо уҡ проектты Бәләкәй Арыҫланғол ауылында ла башҡарыуҙы тәҡдим иттек. Ауыл халҡы был эштең мөһимлеген аңлай. Һаҡмар-Наҙарғолдар кеүек үк өмәләп кәртәләргә ҡарар иттек. Проекттың хаҡы 440 100 һум. Республика бюджетынан 326 мең һум бүленә. Ҡалған сумма ауыл хакимиәте, бағымсылар һәм халыҡтан буласаҡ. Инициатив төркөм булдырылған. Бесән эшләү тамамланғас, зыяратты кәртәләп ҡуйырбыҙ тип уйлайым. Ул тимер бағаналар менән кәртәләнеп, профнастил менән ябыласаҡ. Сөнки ағас ҡоймалар, 10-12 йылда сереп ҡолай башлай. Ә был тимер ҡоймалар матур ҙа һәм оҙаҡ йылдарға ла етәсәк.
    Дилара Носкова, Һамар ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы:
    • Юлбарыҫ ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәл төҙөкләндереү талап ителгәнлектән, ошо проектты тәҡдим иттек һәм һайлап алыу конкурсын еңеп сыҡтыҡ. Проекттың суммаһы 639 мең 638 һум, шуның 473 мең һумы республика, 72 380 меңе ауыл биләмәһе бюджеттарынан бүленһә, ҡалған сумма бағымсыларҙан һәм халыҡтан билдәләнгән. Әлеге мәлдә инициатив төркөм эш башланы. Улар өйҙәр һанын һәм унда йәшәүселәрҙе билдәләп сыҡты һәм улар халыҡтан аҡса йыясаҡ. Ауыл биләмәһендәге бөтә шәхси эшҡыуарҙар ҙа был эште атҡарыуҙа ярҙам итәсәк. Шулай уҡ Юлбарыҫ ауылынан сыҡҡан һәм әлеге мәлдә ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы ла, шулай уҡ башҡа ярҙам итергә теләге булыусыларҙы ла был эшкә йәлеп итәсәкбеҙ. Яңынан һәйкәл ҡуйыласаҡ һәм территорияһы кәртәләнәсәк. Әгәр проекттан аҡса артып ҡалһа, киләһе йылда һәйкәл янын төҙөкләндереү, үҫентеләр ултыртыу планлаштырыла.
    • Фото: асыҡ интернет сығанаҡтан.
      Читайте нас: