Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Май 2020, 16:47

УҠЫҒАНДЫ НИСЕК ОНОТМАҪҠА?

.

Көнө-төнө имтихандарға әҙерләнеп, китаптарға күмелеп ултырыу ваҡыты етте. Был яуаплы осор ваҡытында уҡығандарҙың барыһын да нисек башҡа һеңдерергә?
1. Уҡырға ултырыр элек үк үҙегеҙҙе алдан әҙерләп, теләһә ниндәй уйҙарығыҙҙы ситкә ҡыуығыҙ.
2. Башта иң ауыры тип һаналғанына тотоноғоҙ.
3. Һәр көн китап уҡыу өсөн айырым ваҡыт бүлеп өйрәнегеҙ. Иртәселдәр өсөн көндөң беренсе яртыһында материалды үҙләштереү еңел булһа, “өкө”ләр киске тынлыҡта китап менән икәүҙән-икәү генә ҡалырға ярата. Иң мөһиме, быны ялҡытҡыс эш тип түгел, ә ял минуттары тип ҡабул итеп өйрәнегеҙ.
4. Әлбиттә, тотош әҫәрҙе иҫтә ҡалдырыу мөмкин түгел һәм был кәрәкмәй ҙә. Әҫәрҙең сюжет һыҙығын тотоп тороусы бер нисә ваҡиғаны хәтерҙә ҡалдырғанда, һуңынан уҡытыусы һораған бәләкәй генә деталдәрҙе лә иҫләйәсәкһегеҙ.
5. Әҫәрҙә күтәрелгән тема менән тормоштағы хәлдәрҙе сағыштырып ҡарау ҙа уҡығанды хәтерҙә ҡалдырырға ярҙам итәсәк.
6. Әҫәр менән тулыһынса танышып сыҡҡас, кемгәлер, әгәр ҙә яңғыҙығыҙ ғына икән икенсе эш менән мәжғүл булғанда үҙ алдығыҙға һөйләп ҡарағыҙ. Әңгәмәсегеҙҙе китапҡа ылыҡтырыуға булышлыҡ итһә, үҙ алдына һөйләү – фекерләү ҡеүәһен үҫтерәсәк.

Разинә Зайнетдинова

Читайте нас: