Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Май 2020, 11:31

ТЕҮӘЛ ФӘНДӘРҘЕ ЯҢЫСА ӨЙРӘНӘЛӘР

.

Республикабыҙҙың ҡала һәм райондарында мәғариф өлкәһендә эҙмә-эҙлекле эш алып барыла.
Мәҫәлән, Күгәрсен районының Мораҡ ауылындағы 1-се урта мәктәптә һәм Йомағужа мәктәбендә “Мәғариф” милли проектының “Заманса мәктәп” федераль проектын бойомға ашырыу сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәрҙең ике мәғариф үҙәге асылды.
– Мәғариф үҙәктәренең маҡсаты – уҡыусыларға белем эстәү барышында уңайлы шарттар булдырыу, – тип һөйләй Күгәрсен районы мәғариф бүлегенең һанлы форматҡа күсеү үҙәге директоры Фәйрүзә Ибраһимова. – Улай ғына ла түгел, заманса смарт-белем биреү, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре, информатика, математика, технология дәрестәрен заманса ҡорамалдар һәм йыһаздар ярҙамында үткәреү.
Заманса уҡыу техникаһы менән йыһазландырылған юғары технологиялы майҙансыҡтар уҡыусыларға теүәл фәндәрҙе яңыса өйрәнеү мөмкинлеген биргән. Бында ҡыҙҙар һәм егеттәр каникул осоронда ла килеп шөғөлләнә ала.
Читайте нас: