Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Май 2020, 11:32

"ГЕРОЙҘАР ПАРТАҺЫ"НДА КЕМ УЛТЫРЫР?

.

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә тормошҡа ашырылған “Демография” милли проектына ярашлы, ошо көндәрҙә Ҡыйғы районының Ләүйылға ауылында өр-яңы мәктәп асылды. Заманса мәғариф учреждениеһы 80 уҡыусыға иҫәпләнгән белем усағын һәм 40 урынлыҡ балалар баҡсаһын үҙ эсенә ала. Проекттың дөйөм хаҡы - 160 миллион һум.
Яңы төҙөлгөн белем усағы юғары талаптарға яуап бирә: кәрәкле бар ҡорамалдары булған компьютер класы, лингафон кабинеты, душ бүлмәләре менән спорт залы бар. Башланғыс класс кабинеттарында интерактив таҡта урынлаштырылған.
Яңы мәктәптең бер класс бүлмәһендә ауылдаштары - Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин һәм Дағстанда хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған Дмитрий Силкоға арналған “геройҙар партаһы” ҡуйылған. Был урынға ултырыу хоҡуғы тик алдынғы уҡыусыларға ғына биреләсәк. Әйткәндәй, белем усағы Советтар Союзы Геройы Дмитрий Ракшин исемен йөрөтәсәк.
Илдәге киҫкен хәлгә бәйле, яңы белем биреү учреждениеһын асыу тантанаһында күп кеше йыйылмаған. Унда Башҡортостан Республикаһының фән һәм мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Ҡыйғы районы хакимиәте башлығы Зөһрә Гордиенко һәм башҡалар ҡатнашҡан.
“Мәктәп, ысынлап та, бик күркәм һәм матур, балаларға оҡшар тип ышанам. Белем усағында киләсәктә районыбыҙҙың ғорурлығы булыр ҡыҙҙар һәм улдар тәрбиәләнер тип уйлайым”, - тине үҙ сығышында район башлығы Зөһрә Гордиенко.
Фото: "Башинформ"
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: