Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Май 2020, 11:36

ДӘҮЛӘТ ТЕРКӘҮЕ ХЕҘМӘТЕ ЯҠШЫРАСАҠ

.

Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан буйынса идаралығы республикала Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүенең Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһын (ФГИС ЕГРН) булдырырға ниәтләй.
Ул Күсемһеҙ милек объекттары дәүләт кадастры һәм Берҙәм дәүләт хоҡуҡ теркәүенең мәғлүмәттәр базаһын берләштерәсәк.
Әле Рәсәйҙең 53 төбәгендә Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүенең Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһына күсеү тамамланған. Ҡалған 32 төбәктә, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһында ла, был эш ошо йылда башҡарыласаҡ.
Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүенең Федераль дәүләт мәғлүмәт системаһының төп бурыстары булып берҙәм иҫәп-теркәү процедураһын электрон рәүештә алып барыу, Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүендәге мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөккә тап килеү сифатын арттырыу, “Росреестр”ҙың дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеүен модернизациялау, үтәү ваҡытын кәметеү тора.
2017 йылдан республикала йәшәүселәр күсемһеҙ милек хаҡындағы мәғлүмәтте Күсемһеҙ милектең берҙәм дәүләт теркәүенән күсермә рәүешендә ала. Әммә әлегә был документ төрлө базаларҙан – Күсемһеҙ милек объекттары дәүләт кадастры һәм Берҙәм дәүләт хоҡуҡ теркәүе мәғлүмәттәренән – алып төҙөлә. Күсемһеҙ милек объекттары дәүләт кадастры һәм Берҙәм дәүләт хоҡуҡ теркәүен берләштергән яңы программа продуктын индереү күсермә алыу, мәғлүмәт индереү һәм уны ышаныслы иҫәпләү инфраструктураһы иҫәбенә тиҙ һәм сифатлы анализлау мөмкинлеге барлыҡҡа килтерә. Мәғлүмәт ресурсын индереүҙә килеп сыҡҡан мәсьәләләрҙе тиҙ хәл итеү маҡсатында эш төркөмө булдырылған. Ул “Росреестр” идаралығы, республика Кадастр палатаһы филиалы, Күп функциялы үҙәк Республика дәүләт автономиялы учреждениеһы, БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ, БР Хөкүмәте аппараты, БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министрлығы вәкилдәренән тора.
Күсемһеҙ милеккә эйә булыусыларға бер ниндәй документ тапшырыу ҙа кәрәкмәй – объекттар тураһындағы барлыҡ мәғлүмәт улар ҡатнашлығынан тыш яңы программаға күсереләсәк.

Эльвира Хамзина

Читайте нас: