Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
27 Май 2020, 16:35

118 кешене эвакуациялағандар

.

Баш ҡалалағы Космонавтар урамындағы дөйөм ятаҡта сигнализация эшләп киткән. Ваҡиға урынына Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре йүнәлтелгән.
Асыҡланыуынса, өсөнсө ҡатта лампа плафоны ирегән. Шуның арҡаһында хәбәр итеү системаһы тоҡанған.
“Янғын һағы килгәнсе үк хакимиәт тарафынан 118 кеше эвакуацияланған ине. Зыян күргән кешеләр юҡ. Был хәлдең сәбәптәре асыҡлана”, – тип белдерҙеләр Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығында.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уттан бер нәмә лә ҡалмай. Шуға уның менән торлаҡта ла, тәбиғәт ҡосағында ла һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ.
Фото: Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: