Хәйбулла районынан 50 егет һалдат шинеле кейә
Быйыл илдең оборона министрлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу кампанияһына беҙ аҙ үҙгәрештәр индерҙе. Был коронавирус пандемияһы һәм төбәктәрҙә сикләү саралары оҙайтылыу менән бәйле. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы буйынса хәрби комиссариаттың граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу буйынса бүлек начальнигы Радмир Ҡаҙнабаев менән әңгәмәбеҙ яҙғы хәрби саҡырылыш үҙенсәлектәре тураһында барҙы.
--Радмир Фәйзрахман улы, коронавирус пандемияһы яҙғы саҡырылыш ваҡытына ниндәй үҙгәрештәр индерҙе?
--Билдәле булыуынса, яҙғы саҡырылыш с 1апрелдән 15 июлгә тиклем дауам итә. Әммә илдәге эпидемиологик хәл-торош һәм Рәсәй оборона министры бойороғона ярашлы, медицина һәм саҡырыу комиссиялары эше май айына күсерелде. Әммә апрель айында хәрби комиссариат ҡул ҡаушырып ултырманы, призывниктарҙы телефон бәйләнеше ярҙамында өйрәндек, һөйләшеү алып барылды. Хәрби комиссариатта медицина һәм саҡырыу комиссиялары эше 12 майҙан башланды. 19 майҙан Хәйбулла районында медицина һәм саҡырыу комиссиялары үҙ эшен башланы.
--Саҡырылыш механизмында нимәләр үҙгәрҙе?
--Эйе, ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Хәрби комиссариатта егеттәрҙең хәрби хеҙмәткә әҙерлек кимәлен тикшергән мәлдә сир йоҡтормау маҡсатында бер нисә процедура үтә:
--дезинфекция саралары менән ҡулдарҙы эшкәртеү;
--призывник яҡын арала сит илдә булмауы һәм сирлеләр менән бәйләнешкә инмәүе тураһында ғариза яҙа.
Бына ошондай талаптарҙы үтәгәндән һуң ғына призывник хәрби комиссариат бинаһына индерелә.
--Шулай ҙа хәрби комиссариаттарҙан һуң, егеттәр саҡырыу пункттарына эләгә. Ә унда бөтә республиканан йөҙҙәрсә буласаҡ һалдаттар... Вирус хәүефе бар түгелме?
--Медицина һәм саҡырыу комиссияларына 15-тән артыҡ кеше үткәрелмәй. Башҡа ваҡытта ошонан ике тапҡырға күберәк кеше үтә торғайны.
--Призывниктар йыйылыу пункттарында коронавирусҡа экспресс- тест үтәме?
--Республика йыйылыу пунктына ебәрер алдынан, йәғни 4 көн алда, һәр буласаҡ һалдат covid-19 тест тапшыра. Был хәрби саҡырылыштың мотлаҡ шарты. Тестҡа кире һөҙөмтә килгәс кенә призывник республика йыйылыу пунктына юллана.
--Армияға тантаналы оҙатыуҙар быйыл күҙалланамы?
--Юҡ. Быйыл пандемияға бәйле, күп һанлы халыҡ менән егеттәрҙе оҙатыу булмаясаҡ.
--Хәйбулла районы буйынса нисә егет саҡырыла?
--Яҙғы саҡырылышта Хәйбулла районы буйынса 50 призывник Рәсәй армияһы сафын тулыландырасаҡ.
--Буласаҡ һалдаттарға һәм уларҙың ата-әсәләренә нимә әйтер инегеҙ?
--Егеттәр хәрби частта ике аҙналыҡ карантин үтәсәк. Бынан тыш, бөтә призывниктар ҙа йыйылыу пунктынка һәм хәрби частҡа юлланғанда битлектәр һәм маскалар менән тәьмин ителәсәк.