Китапхана элек-электән кешеләргә рухи тәрбиә, белем биреү үҙәге һанала. Шулай уҡ кешелек донъяһының күп йыллыҡ аҡылын һаҡлаған әҙәбиәт мәккәһе лә ул. Бөгөн күптәр “халыҡ китап уҡымай” тип уйлай. Ә бына минең геройымдың был хаҡта үҙ ҡарашы, үҙенсәлекле фекере бар.
Бала саҡтан “китап ене” ҡағылған Гөлнара Сыңғыҙова тормошон шунһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмай. Хәйбулла районының Быҙаулыҡ ауылында донъяға килгән ҡыҙ мәктәпте тамамлағас та, документтарын Орск ҡалаһындағы китапхана техникумына тапшыра. Хеҙмәт юлын тыуған яғында башлаған ханымдың китаптарға күмелеп ултырыуына ла 30 йылдан ашыу ғүмер үткән. Белемен камиллаштырыу маҡсатында ул ситтән тороп Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһын тамамлай.
Аҡъяр үҙәк район китапханаһының уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү бүлеге мөдире Гөлнара Сыңғыҙова – үҙ эшенең ысын оҫтаһы. Әҙәбиәт һөйөүселәргә ҡарата һәр саҡ яғымлы булыуы менән барыһының да күңелен арбай. “Кемдер беҙгә үҙе уҡырға теләгән китабын һорап килә, икенселәр ниндәй ҙә булһа яҡшы әҫәр табырға теләк белдерә, бәғзеләре иһә ваҡытлы матбуғат менән танышыуҙы хуп күрә. Уларҙың һәр береһенә күңеленә оҡшаған китапты белеп тәҡдим итеү – эшебеҙҙең төп маҡсаты, сөнки уҡырға яратҡан кеше беҙгә һәр саҡ кире әйләнеп килә. Күптәр, хәҙер кеше китап уҡымай, ти. Әммә улар тәрән яңылыша. Яҡшы әҫәр бар икән, уның уҡыусылары ла күп. Ҡайһы саҡта тап шундай китаптың булмауы ғына уҡыусыны китап уҡыуҙан ситләштерә”, – ти ул.
Гөлнара Сыңғыҙова Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына ҡарата Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана ойошторған “Иң яҡшы 100 проект” тип аталған конкурста икенсе урын яулай һәм “Башҡортостандың иң яҡшы китапханасыһы” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.
Хәйбулла районы – әҙәбиәткә бихисап яҙыусылар биргән төбәк тә. Райондың күренекле шәхестәре, яҡташ яҙыусылар менән осрашыуҙар, ҡәҙер һәм хәтер кисәләре ойоштороу, һәр сараға сценарий яҙыу, уны алып барыу һәләте геройыма оло яуаплылыҡ өҫтәй. Гөлнара Зәкәриә ҡыҙы үҙ ҡаҙанында ғына ҡайнамай: “Таналыҡ” халыҡ театрында шөғөлләнә, тамашасыларҙың яратҡан артистарының береһе лә.
Китапханасы килгән һәр кешегә китап биреп кенә ҡалмай, рухи аҙыҡ та өләшә. Эшенән дә, тормошонан да уңған, “китап ене” ҡағылған гүзәл ханымға артабан да уңыштар юлдаш булһын.
Хәйбулла районы.