Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Май 2020, 14:24

“Танып”ҡа аҙаҡ ғаиләләребеҙ менән килербеҙ!

.

Асҡын районындағы “Танып” шифаханаһында обсерватор ойошторолоуы, унда Саха (Яҡут) төбәгендәге Чаянда ятҡылығынан ҡайтҡан 200 вахтасының коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү йәһәтенән 14 көнлөк изоляция осорон үтеүе хаҡында хәбәр иткәйнек.
10 майҙан башлап ҡурсаланыу сараһын күргән яҡташтарыбыҙ, ниһайәт, үҙ йорттарына ҡайтасаҡ. Әйткәндәй, обсерваторҙағы ирҙәр араһында Асҡын районы кешеләре лә бар.
Вахтасыларҙың барыһын да Асҡын үҙәк район дауаханаһы табиптары тикшергән, COVID-19 вирусына анализдар алған, Бөрө дауаханаһынан килтерелгән күсмә ҡорамалда флюорография үткәргән.
Коронавирусҡа анализ һөҙөмтәһе ыңғай булған өс вахтасы Бөрө ҡалаһындағы ковид-госпиталгә күсерелгән.

Вахтасылар барлыҡ уңайлы шарттары булған номерҙарҙа йәшәгән, интернет, телевидение менән файҙаланған, туҡланыу мәсьәләһе лә яҡшы ойошторолған. Өҫтәүенә улар кәрәкле аҙыҡ-түлеккә онлайн ысул менән дә заказ бирә алған, бының өсөн тәүлек әйләнәһенә колл-үҙәк эшләгән.
Медицина хеҙмәткәрҙәре вахтасыларҙың һаулығын тәүлек әйләнәһенә күҙәтеүҙә тотҡан, ике тапҡыр термометрия үткәргән.
Бөгөн, 14 көн үтеүгә, вахтасылар яҡындары янына, үҙ йорттарына йүнәлгән. Күптәре “Танып” шифаханаһының шул тиклем оҡшауын, киләсәктә бында ғаиләләре менән бергә ял итергә киләсәген белдергән.
Фото: Башҡортостан Башлығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: