Былтыр йәй ғаилә тарҡала, ир менән ҡатын айырылыша, әммә бынан һуң да тыныша алмайҙар. Ҡатынына асыу һаҡлаған ир эскән килеш енәйәткә бара – ҡатыны һәм балалары йәшәгән өйгә ут төртә. Ярай әле, янғынды күреп ҡалған күрше-күләне ярҙамға ашыға, тәҙрәне ватып, ғаиләне урамға сығарырға өлгөрә.