Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Май 2020, 14:45

"Мин иланым, хәҙер һинең сират!"

.

Нимә сыҡһа, шул ҡытайҙарҙан сыға.
Бына әле лә Ҡытайҙа Чжоу исемле ҡыҙ элекке һөйгәненә бер йөк машинаһы һуған алып ебәрә. "Мин әҙ иламаным, хәҙер һин ила" тигән яҙыуы ла була унда.
Баҡтиһәң, бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң, егет һөйгәненә хыянат иткән икән. Шул сәбәпле йәштәр ташлаша. Ҡыҙ айырылыуҙы ауыр кисерә, хатта алданған, йәберләнгән итеп тоя үҙен. Ә егеттең тойғолары ысын булмағандыр, күрәһең, бер ҙә бошонмаған, артабан да күңелле йәшәүен дауам итә икән. Быны белеп ҡалған Чжоуҙың бик ныҡ асыуы ҡабара, ене ҡуба. Нисек тә үс алырға теләп, бер тонна һуған һатып алып, һөйгәненә ебәрә ул. Адрес буйынса килтергән курьер дүрт сәғәт буйы "бүләкте" егеттең подъезына бушата.
Һуңғараҡ урындағы матбуғатҡа интервью биреп, ҡыҙ был ҡылығын "минең кеүек илаһын өсөн ебәрҙем уға һуғандарҙы" тип аңлата.
Бер тонна һуған егетте илатҡандырмы-юҡмы, билдәһеҙ. Ә бына уның күршеһе, ысынлап тороп иланым, ти икән, сөнки һуған еҫе тотош торлаҡ комплексын алған.
Фото: Shandong Net
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: