Ял көндәрендә Дыуан районының бер ауылында фажиғәле хәл була. Атаһының автомашинаһында уйнап йөрөгән дүрт йәшлек малай яңылыш быялаларҙы күтәреү төймәһенә баҫып, муйынын ҡыҫтыра. Һөҙөмтәлә, тәҙрә күтәрелеп, быяла баланың муйынын ҡыҫа. Ата-әсәһе шунда уҡ "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡырта, аҡ халатлылар уны тиҙ арала дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, малай реанимацияла йән бирә.