Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Май 2020, 14:56

Мәмерйәлә ниндәй аяныслы хәл булған?

.

Салауат районының Малаяҙ ауылы ҡотҡарыусыларына ғәҙәти булмаған хәл буйынса шылтыратҡандар.
Бер ғаилә үҙенсәлекле, ҡабатланмаҫ тәбиғәте менән дан тотҡан Салауат районына ял итергә килгән. Шулай итеп, улар бындағы Иҙрис мәмерйәһен дә ҡарарға уйлаған. Тик унда ингәс, ҡатындың башы әйләнгән һәм хәле ҡапыл насарайған. Баҡтиһәң, уны астма өйәнәге тотҡан икән.
Ир тиҙ генә “ашығыс ярҙам” хеҙмәткәрҙәренә шылтыратҡан. Әммә медицина хеҙмәткәрҙәренә бәләгә тарыған кешегә тиҙ генә барып етеүе ауыр булған. Шулай итеп, уларға ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән ҡотҡарыусылар ҙа ҡушылған. Улар килеп, ҡатынды мәмерйәнән аҫта торған машинаға төшөргән.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комитетында ҡайҙалыр ял итергә юлланғанда сәләмәтлек мөмкинлектәрен дә иҫәпкә алырға һәм ошоға ярашлы, кәрәкле медикаменттарҙы бергә алырға кәңәш итәләр.
Фото: nashural.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: