Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Май 2020, 14:17

Инвалид баланы ҡаратып ултыртып...

.

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан белдереүҙәренсә, Өфө районының Миловка ауылында йәшәгән ҡатын, коттеджыма бур инде, тип мөрәжәғәт итә. Битлек кейгән ир кувалда һәм отвертка ярҙамында тәҙрәне емереп кергән.

Был ваҡытта өйҙә хужаларҙың 15 йәшлек ҡыҙы булған. Ишетмәгән, һөйләшмәгән үҫмер бик ныҡ ҡурҡҡан. Бур өйҙән 240 мең һум аҡса һәм алтын әйберҙәр урлаған, йәмғеһе 1,5 миллион һумлыҡ матди зыян килтергән. Бәхеткә, ҡыҙыҡайға теймәгән.

Асыҡланыуынса, уғры Подымаловола йәшәгән 26 йәшлек ир булып сыға. Ошоға оҡшаш енәйәттәре өсөн алдан да бер нисә тапҡыр хөкүм ителгән. Ҡыҙыҡай уны таныған.

Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, әле тикшереү эштәре бара, уғрылыҡ буйынса енәйәт эше асылған, ҡулға алынған әҙәм һаҡ аҫтында.
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: