Башҡортостан Башлығы уны баш ҡала үҙәгендәге иң күркәм урында күрә. 2020 йыл, ысынлап та, кешелек тарихында ҙур эҙ ҡалдырасаҡ, ә табиптар – уның бер өлөшө. ”Беҙ был мәлде мәңгеләштерергә тейешбеҙ. Табиптар аллеяһын эшләйәсәкбеҙ,” - тине Радий Хәбиров. Өҫтәүенә алғы һыҙыҡтағы табиптарҙың, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең һәм ирекмәндәрҙең һаулығын хәстәрләү тураһында ла һүҙ ҡуҙғатылды. Республика шифаханалары уларҙың сәләмәтлеген тергеҙеү буйынса эш башлаясаҡ.