Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Май 2020, 14:14

"ГАЗель" рулендә - 8-се класс уҡыусыһы...

.

Өфө полицияһына пассажирҙар ташыған “ГАЗель” автомобилен ҡыуып алып китеүҙә ғәйепләнгән 15 йәшлек мәктәп уҡыусыһын килтергәндәр.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, баш ҡала урамдары буйлап йөрөгән биш үҫмер тәҙрәләре асыҡ ҡалған “маршрутка”ны күреп ҡала, һәм араларынан иң бәләкәйе салонға инә. Машинала ҡиммәтле бер нәмә лә тапмағас, балалар ҡала буйлап елдерергә уйлай. Рулгә VIII класс уҡыусыһы ултыра, ул машина йөрөтә белгән була.
Үҫмерҙәрҙең был сәйәхәте бик күңелһеҙ тамамлана: “ГАЗель” юл-транспорт ваҡиғаһына эләгә. Ҡоттары осҡан балалар ваҡиға урынынан ҡасырға уйлай. “Хоҡуҡ һаҡлау органдары был хәлде тикшереп, машинаны ҡыуған малайҙың шәхесен асыҡлаған. Ул – Өфө мәктәптәрендә белем алған VIII класс уҡыусыһы. Был факт буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителә”, – тип белдерҙеләр Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығынан.
Фото: radio-kurs.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: