Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
25 Май 2020, 14:43

Бала юлында кем осрамаҫ...

.

Нефтекама ҡалаһы ҡотҡарыусыларына борсоулы хәбәр килгән: әле иртән үк уйнарға сығып киткән ете йәшлек малай юғалған!
Хәл “Алтын асҡыс” торлаҡ кооперативы районында булған. Баланың яҡындары баланы кискә тиклем көтөп ала алмағас, ҡотҡарыусыларға һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре кисекмәҫтән эҙләү эшенә тотонған, ә бер ни тиклем ваҡыттан шатлыҡлы хәбәр мәғлүм булған. Асыҡланыуынса, урамда аҙашып йөрөгән малайҙы урындағы ҡатын тап иткән. Уны йортона индергән, тамағын туйҙырған, унан инде полицияға шылтыратҡан һәм баланың уның өйөндә икәнлеген хәбәр иткән.
Баланың хәле ҡәнәғәтләнерлек, тип белдерә ҡотҡарыусылар. Бәхеткә күрә, был осраҡ яҡшы тамамланған: малайҙың юлында изге күңелле ҡатын осрағанға шөкөр итергә ҡала.
Фото: pronedra.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: