Ашағандан һуң теленгән ҡыяр ҡалһа нимә эшләтергә? Маска, йәғни косметика итеп тотонорға була.
Ҡыяр (4 телем) менән йәшел петрушканы (2-3 ҡыяҡ) блендер менән иҙергә лә, эремсек менән зәйтүн майы (1-әр ҡалаҡ) ҡушып бутарға. Был масканы бит тиреһенә һылап, 20 минут ултырырға ла, йылымыс һыу менән йыуырға.
Аҙнаһына ике тапҡыр даими эшләп торһағыҙ, тирегеҙҙең йәшәреп киткәнен тойорһоғоҙ.