Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 21:57

Ҡыяр үҫтергән һаулыҡҡа туйыр

.

96 процент һыуҙан торған ҡыяр кеше сәләмәтлегенә бихисап файҙа килтерә.
Беренсенән, был йәшелсә тән температураһын көйләй. Был уның организмды һыу менән тәьмин итеүенә бәйле. Өҫтәүенә тирене дымландыра, сөнки составында әллә күпме көслө антиоксидант бар. Ҡыярҙы битлек итеп тә файҙаланырға мөмкин. Ул елһенгән тирене тынысландыра.
Был йәшелсәне даими ашау шәкәр, ҡан баҫымы һәм холестерин күләмен кәрәкле кимәлдә тоторға булышлыҡ итә. Ҡыярҙа кукурбитацин күп. Ул үҙ сиратында инсулин кимәлен көйләргә ярҙам итә. Ундағы стерол, липид кеүек матдәләр иһә холестерин кимәлен түбәнәйтә.
Был йәшел аҙыҡты теләгән һәр кем үҫтерә ала. Ул артыҡ “мыжыҡ”, үҙенә ныҡлы иғтибар талап иткән йәшелсә түгел. Ә сәләмәтлек өсөн файҙаһы ҙур. Баҡсағыҙ бар икән, уны мотлаҡ үҫтерегеҙ.
Фото: pole39.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: