Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 21:58

"Һыуҙы баҡсаға ла һибә алмай инек"

.

Ниһайәт, Бөрө районы Кандаковка ауылы халҡының хыялы тормошҡа ашты. Уларҙың кранынан хәҙер таҙа һыу аға, тоҙло ҡушымталар юҡ, хатта был хәлгә үҙҙәре лә саҡ өйрәнеп килә. Таҙа эсәр һыуҙы улар ике йыл көттө бит.
"Беҙгә һыуҙы ҡаланан, күрше ауылдан ташырға тура килде, - ти бында йәшәгән Снежана Пупышева. - Үҙебеҙҙәге хатта баҡсаға һибеү өсөн дә яраманы. Һипһәң, үҫемлектәр ап-аҡ төҫкә инә торғайны. Бөтә сәбәп – иҫке скважинала".
Ауылдаштар тоҙло һыу сифатына ҡәнәғәтһеҙлек белдереп, социаль селтәрҙә республика етәксеһенә мөрәжәғәт итә. Үтенес “Инцидент-менеджмент” системаһына эләгә. Уларҙың һорауы иғтибарһыҙ ҡалмай, мәсьәлә өйрәнелә, яңы скважина ҡаҙыла, һыуға анализ яһала.
"Ҡырҡ метр тәрәнлектәге яңы скважинаны биш көн ҡаҙҙыҡ. Иҫкергән һыу үткәргестәрҙе лә аҙаҡ алыштырырға тура киләсәк. Ауылдаштар хәҙер һыуҙы һаулыҡ өсөн хәүефләнмәй файҙалана", - ти Бөрө районы хакимиәтенең капиталь төҙөлөш бүлеге начальнигы Марат Гәрәев.
Фото: Bash.News.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: