Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 21:42

Йәшерәк күренгең килһә...

.

Күпкә йәш күренергә мөмкинлек бирә торған ябай ғына кәңәштәр бар. Уларҙы уҡый башлағансы уҡ көҙгө янына баҫып, үҙеңә ҡарап торған кешегә: "Һин шундай йәш һәм матур", - тип әйтергә онотма.


Йылмай
Ысын күңелдән йылмая белгән кешеләр һәр ваҡыт йәшерәк һәм энергиялы булып күренә. Быны тикшеренеүҙәр ҙә раҫлаған. Унда ҡатнашҡандар фото буйынса кешеләрҙең йәшен билдәләргә тейеш булған. Бер үк кеше етди ҡиәфәт менән төшкән фотола – өлкәнерәк, ә йылмайып төшкәндә йәшерәк итеп ҡабул ителгән. Йылмай! Көлөү ғүмерҙе генә түгел, йәшлекте лә оҙонайта.
Күберәк виноград аша
Виноград, груша, сливаларға баллылыҡ бирә торған сорбит - бик көслө табиғи дымландырғыс матдә. Ә битте дымландырыу – йәшлекте оҙонайтыуҙың төп серҙәренең береһе.
Ҡаштарыңа иғтибар ит
Ҡаралған ҡаштар – ҡартлыҡҡа ҡаршы макияждың төп принцибы. Улар еп кеүек нәҙек булырға тейеш түгел. Төҫө лә сәс төҫөнән бер-ике тонға яҡтыраҡ булыу зарур. Шул рәүешле, иғтибарҙы күҙҙәреңә йәлеп итерһең. Ҡарашың йәшерәк күренер.
Ҡул тиреһен тәрбиәлә
Ҡул тиреһе - беҙҙең "паспорт". Ул беҙҙең йәште йөҙгә ҡарағанда теүәл "әйтеп бирә". Ҡулдарыңды һәр көн дымландырыу ғына түгел, туҡландырырға ла өйрән. Уны ультрафиолет нурҙарҙан да һаҡлау мөһим. Бит тиреһен генә түгел, ҡулдарҙы ла ҡояштан һаҡлау кәрәк.
Күберәк йәшелсә һәм йәшел үлән аша
Йәшелсә, бигерәк тә томат, беҙҙең күҙәнәктәрҙе ҡартайырға мәжбүр иткән радикалдар менән көрәшкән витамин һәм микроэлементтарға бай. Помидорҙарҙа булған липокин тирене ҡояш нурҙарынан һаҡлай. Томат һинең йәйге менюла һәр ваҡыт булырға тейеш!
Майлы балыҡ аша
Аҙнаға ике порция майлы балыҡ ашау баш мейеһен ҡартайыуҙан һаҡлай. Шулай уҡ мускулдар тығыҙлығын тәьмин итеүсе микроэлементтарға бай. Ҡайһы бер косметологтар раҫлауынса, даими рәүештә майлы балыҡ ашағандарға ҡартлыҡҡа ҡаршы кремдар ҙа ҡулланыу кәрәк түгел.
Спорт менән шөғөллән
Аҙнаға дүрт тапҡыр спорт менән шөғөлләнеү мускулдарҙы тонуста тотасаҡ һәм сәләмәт йоҡо бүләк итәсәк. Бының өсөн спортзалға йөрөргә кәрәк тә түгел. Теләге булған кешеләргә үҙҙәренә кәрәкле программаны интернеттан да табырға була. Ә тейешенсә йоҡламау - ҡартайыуға килтергән сәбәптәрҙең береһе. Аҙнаға 150 минут спорт менән шөғөлләнһәң, һөҙөмтәһен бик тиҙ һиҙерһең. Бары тик ялҡауланмаҫҡа ғына кәрәк!

Фото: Sunhome.ru
Автор: Самат Ғәлин
Читайте нас: