Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 22:40

Ташландыҡ сабый һауыҡҡан!

.

Әсәһе баш тартҡан сабый һау-сәләмәт. Был хаҡта республика перинаталь үҙәгенең баш табибы Нәзир Минһажев “Российская газета” баҫмаһында хәбәр иткән.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бала апрель айында донъяға килгәйне. Уға ҡарын эсендәге пневмония диагнозы ҡуйыла, шуға күрә табиптар баланың коронавирус инфекцияһы менән зарарланыу ихтималлығын күҙаллай. Әммә анализ баланың сирҙе йоҡтормауын раҫлай. Әсә кеше, тест һөҙөмтәһен көтөп тә тормай, унан баш тарта.
Бәпестең хәле яҡшы, уны оҙаҡламай Бала йортона оҙатасаҡтар. Үҙ сабыйынан баш тартҡан әсәнең ҡылығын ғына аңлауы ҡыйын.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда алты йөклө ҡатында коронавирус раҫланған, дүртәүһе дауаханала, икәүһенең сире бер ниндәй билдәһеҙ үтә. Туғыҙ йөклө ҡатын, инфекциялы ауырыуҙар менән бәйләнештә булғанлыҡтан, өйҙәрендә табип күҙәтеүе аҫтында.
Фото risingsunholistic.com
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: