Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 23:05

Сәй табынына - алма бәлеше

.

Баҡсаларҙа алмалар ҡыҙарып бешә. Баҙарҙа ла хәҙер алма бик арзан. Үҙебеҙҙә үҫкәндәре бигерәк хуш еҫле инде. Уңған хужабикәләр был мәлде көтөп ала, сөнки сәй табынына алма бәлешенән дә шәп ризыҡ юҡ. Булмаһа, минең рецебым буйынса бешереп ҡарағыҙ, әхирәттәр!

Шулай итеп, 2 стакан йылы һыуға 1,5 аш ҡалағы ҡоро сүпрә (10-11 г. бәләкәй пакет) һалырға. Матур ғына булып күпергәс, 4 аш ҡалағы көнбағыш майы, 2 аш ҡалағы шәкәр, семтем тоҙ өҫтәп ҡамыр баҫырға ла, ҡабартырға ҡуйырға. Ҡабарып сыҡҡас, шыптырға һалып һыуытҡысҡа ҡуйып алһаң, тағы ла шәп! Ҡамыры тәмле була, бешереп ҡарағыҙ! ЙОМОРТҠА ҡушмайбыҙ! Шунан әҙер ҡамырҙы ике өлөшкә бүләбеҙ. Ҙурырағын йәйеп табаға һалғас, манный ярмаһы йә картуф крахмалы һибергә. Уның өҫтөнә туралған алма, аҙаҡ ҡына мул итеп шәкәр һибәбеҙ. Бөтәһен бергә бутап һалмайбыҙ, аңлағанһығыҙҙыр инде! Төрлөсә эксперимент яһағандан һуң әсәйем менән бына ошондай фекергә килдек. Бәлештең өҫтөн бәләкәйерәк йәймә менән ҡаплағас, ситтәрен матур итеп бөгөп, уртаһына тишек яһап ҡыҙыу мейескә оҙатабыҙ! Ә! Онотоп торам, көнбағыш майы менән майларға онотмағыҙ! Өҫтө матур булып бешер.

Минән күптәр ниндәй температурала бешергәнемде һорай. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, белмәйем. Сөнки күрһәткесе эшләмәй. Аш бүлмәһендә тәмле еҫтәр таралауын тояһығыҙмы, әхирәттәр? Тимәк, бәлеш бешкән. 40 минут үтеп тә киткән. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын, дуҫтарым!

Гөлназ ИШЕМҒОЛОВА.
Читайте нас: