Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 21:52

Өс меңгә яҡынлашабыҙ

.

Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда һуңғы тәүлектә тағы ла 81 кешелә COVID-19 вирусы асыҡланған.
Сирлеләрҙең дөйөм һаны – 2683. Һауыҡҡандар – 882 (һуңғы тәүлектә 50 кеше өҫтәлгән). Вафат булғандарҙың дөйөм һаны – 18. Республика стационарҙарында 800 сирле дауалана, уларҙың 35-е ауыр хәлдә, шул иҫәптән һигеҙ пациент үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 983 кеше амбулатор шарттарҙа өйҙә дауалана.
Пневмония диагнозы менән кисәгенән бөгөнгәсә 15 кеше госпитализацияланған, уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ошо уҡ диагноз менән тәүлек эсендә 13 кеше дауахананан сығарылған.
Һуңғы тәүлектә 6452 тикшереү үткәрелгән, 6094 кеше ҡаралған. Дөйөм һандарға килгәндә, ошо көнгә тиклем 188 255 кеше коронавирусҡа тикшерелгән, уларға йәмғеһе 198 685 тикшереү үткәрелгән.
Фото: phototass4.cdnvideo.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: