Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 22:48

Өс балалы ғаилә бер нәмәһеҙ ҡалған

.

Өфөнөң Нуғай ҡасабаһында йәшәгән Әхмәҙуллиндар ғаиләһе ҙур бәләгә тарыған - бер нәмәһеҙ тороп ҡалғандар. 18 май ҡот осҡос янғын сығып, бөтә мөлкәт, йорт-машина, аҡса, документтар юҡҡа сыға. Ярай әле үҙҙәре иҫән ҡалған.
Ғаилә әле туғандарында көн итергә мәжбүр. Алдан фаразлауҙар буйынса, ут электр сымынан сыҡҡан.
Социаль селтәрҙә бәхетһеҙлеккә тарыған ғаиләнең дуҫтары, күршеләре, шулай уҡ әүҙемсе Тимур Рамаҙанов йәмәғәтселеккә мөрәжәғәт итеп, зыян күргән ғаиләне ауыр саҡтарында ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡыра. "Беҙҙең хеҙмәткәрҙең (ӨДНТУ) өйөндә янғын сыҡҡан. Бәхеткә, кеше ҡорбандары юҡ. Бөтә нәмә - өй, транспорт, гараж, бөтә мөлкәт (кейем-һалым, аҡса, документ) янған. Ғаиләлә өс бала, уларға әле бик ауыр. Кемдең хәленән килә, ярҙам итеүегеҙҙе үтенәм" тип яҙа ул.

"Ғаилә үҙе төшөнкөлөккә бирелмәй, проблеманы хәл итеү юлдарын барлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, уларға ауыр саҡтарында терәк-таяныстың булыуы мөһим. Балаларына (өс малай - 10, 5, 2 йәшлектәр) һәм ата-әсәгә яҡшы кейем-һалым ебәреп һәм аҡсалата ярҙам итергә мөмкин" тип яҙа күршеләре.

Изге айҙа изгелек ҡылырға теләүселәр, был мөрәжәғәт һеҙҙең өсөн! Аҡсалата ярҙамды Әхмәҙуллин Ришат Рәшит улының телефон һандарына - 89174402382 (картаһы бәйләнгән) һалырға мөмкин.

Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Аклима Гизатуллина
Читайте нас: