Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 22:36

Рәхим итегеҙ: "Ҡабырсаҡ"

.

Табынығыҙҙа "ҡояш ҡалҡытыр" печенье рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ризығығыҙ мул, эштәрегеҙ уң булһын, дуҫтар!
"Ҡабырсаҡ"ты әҙерләү өсөн 180 грамм он, ике йомортҡа, 100 грамм шәкәр, 100 грамм аҡ май алабыҙ.
Башта аҡ майҙы иретеп һыуытабыҙ. Йомортҡаны шәкәр менән биш минут тирәһе туғыйбыҙ ҙа он ҡушабыҙ. Аҡ майҙы өҫтәйбеҙ. Шунан ҡамырҙы печенье бешерә торған силикон һауыттарға (уларҙы майларға кәрәкмәй) ҡоябыҙ ҙа емеш-еләк өҫтәйбеҙ.
Мейесте 220 градусҡа тиклем алдан йылытып, печеньены 12 минут тирәһе бешерәбеҙ. Өҫтө алһыуланырға тейеш.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото: Oksanasmoments.blogspot.com
Автор: Рисаля Юмагулова
Читайте нас: