Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 23:13

Ни өсөн эштән һуң барырға кәрәк?

.

Көндәр йылыныу менән гүзәл зат вәкилдәре аяҡ кейеме магазиндарына юлланыусан. Һайлап алыуға бәйле бер нисә ябай кәңәшкә ҡолаҡ һалһағыҙ ине.
Туфли аҙ ғына ҡыҫһа ла, уны һатып алмағыҙ. Кейә-кейә һуҙылыр тигән өмөттөң аҡланмауы бик ихтимал. Аяҡ кейеменең уңайлылығын һынап ҡарарға теләһәгеҙ, магазинда уҡ кейеп йөрөп ҡарағыҙ.
Икеһен дә кейеп ҡарау мөһим, сөнки, ғәҙәттә, бер аяҡ икенсеһенән саҡ ҡына ҙурыраҡ була.
Яңы туфли менән йәйәү алыҫ юлға сыҡмағыҙ. Башта бер-ике көн уны сисмәйенсә өйҙә кейеп йөрөгөҙ.
Аяҡ кейемен эш көнө тамамланғас барып алығыҙ. Был ваҡытта аяҡҡа ҡан күберәк төшә һәм ул шешенә. Тимәк, алғаның дөрөҫ һайланасаҡ.
Аяҡ үлсәме ҙур булғанда, экзотик биҙәктәр төшөрөлгән үҙенсәлекле фасонлы, тар башлы һәм яҫы табанлы туфли кеймәгеҙ.
Балтырҙар нәҙек булғанда, ҡалын платформа табанлы туфли һәм ботинкалар килешмәй. Йыуан балтырлылар өсөн дә бындай аяҡ кейеме бармай –йәмһеҙ күренәсәк.
Йөҙлөгө асыҡ булған бейек үксәле туфли аяҡты оҙонораҡ, нәфисерәк итә.
Һатыуҙа шулай уҡ проблемалы аяҡтар өсөн “антистресс” билдәһе ҡуйылған аяҡ кейеме бар. Ҡырмаған, киң, пружиналы олтораҡлы, аяҡҡа өҫтәмә тотороҡлолоҡ биргән үксәле кейем йәйәү йөрөү өсөн бик яйлы һәм еңел.
Шулай ҙа ниндәй аяҡ кейемен һайлау һәр кемдең үҙенән тора. Күп осраҡта теләктән башҡа кеҫәңдең ҡалын булыуы ла мотлаҡ. Шулай ҙа уңайлы аяҡ кейемен һайлауҙың сәләмәтлеккә бер аҙым икәнлеген бер ваҡытта ла хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.
Матур һәм нәзәкәтле булайыҡ!
Фото: twitter.com
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: