Уҙған йыл аҙағында ата аҡҡош яңғыҙы ғына тороп ҡалғайны. Быға тиклем ул пары менән баш ҡаланың Киров районына ҡараған Аксаков баҡсаһын йәмләй ине.
Ошо ике аҡҡош, тоғролоҡ, бер-береңә ҡәҙер-хөрмәт билдәһе булып, бар донъяға шатлыҡ сатҡыларын өҫтәй ине.
Йыйылыштарҙың береһендә Киров районы хакимиәте башлығы Илвир Нурдәүләтов бер үҙе ҡалған аҡҡошҡа икенсе яртыһын табырға тәҡдим иткәйне. Бына хәҙер Сима ҡушаматлы инә аҡҡош баҡсалағы күлдә үҙ урынын тапты.
Аҡҡошҡа – дүрт йәш. Баҡса хеҙмәткәрҙәре ул Кристи ҡушаматлы баяғы ата аҡҡош менән дуҫлашыр тип өмөт итә. Уға иһә алты йәш тулып уҙған.
Аҡҡоштар парын һөйөү билдәһе булараҡ ҡабул итергә өйрәнгәнбеҙ. Улар, ысынлап та, бер-береһенә ысын мөхәббәт тойғоларын белдереүсән һәм бер-береһенә булған ошо йылы хистәрҙе ғүмер буйы һаҡлай.