Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 22:34

“Көләс әбей” һәм үлгән терпеләр

.

Була бит шундай алсаҡ, йомшаҡ һүҙле кешеләр! Хәтирә әбей ҙә тап шундай булып тойолдо башта. Миңә – “балам”, ҡыҙҙарыма “бәпестәрем” тип кенә өндәшә.

Берәй йомош менән урамда осраһа ла, ҡыҙҙарымдың арҡаһынан һөйөп, матур теләктәрен теләп тороп ҡала. Балалар ҙа ярата үҙен: “Хәтирә әбей һәйбәт кенә, ивет”, – тиҙәр.

Бер көн еләк ҡарап киләйек әле тип урманға барып килергә булдыҡ. Юлыбыҙ Хәтирә әбейҙең өйө янындағы тыҡрыҡтан үтә. Барғанда бер нимә лә абайламағайныҡ, ҡайтышлай шунда үлеп ятҡан ике терпегә тап булдыҡ. Аптырап, быларға нимә булды икән тип, оҙаҡ ҡына ҡарап торҙоҡ. Бәлки, үлмәгәндәрҙер тип, сыбыҡ менән һаҡ ҡына төртөп тә ҡараныҡ. Терпеләр ысынлап үлгән, улай ғына түгел, эс яҡлап тәндәре иҙелгән ине.
Шул саҡ ҡапҡаһынан Хәтирә әбей килеп сыҡты. Беҙҙең үлгән терпеләрҙе ҡарап тороуыбыҙҙы күреп: “Эй ҡаҡшатты ошолар. Көн дә киләләр ине, яҡшы иттем”, – тип һөйләнде.
– Нисек ҡаҡшаттылар? Уларҙың ниндәй зыяны бар һуң? – тип һораным аптырап.
– Игенгә тейәләр. Ҡаҙҙарыма тип алған ашлыҡты ташыйҙар бит. Таяҡ менән туҡмап үлтерҙем, – булды яуап.
Телһеҙ ҡалдым. Балаларҙы алып, тиҙерәк был урындан киткем килде.
Ҡыҙҙар ҙа ауыр кисерҙе был хәлде. Оҙаҡ ҡына өндәшмәй атлағандан һуң алты йәшлек өлкәне: “Мин Хәтирә әбейҙе яратмайым. Ул насар! Ул терпеләрҙе үлтергән!” – тип әйтеп ҡуйҙы...
Фото: yandex.by
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: