Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 21:38

"Ергә ятып йоҡларға ярамай!"

.

Таксист Мансур Ейәнсура районының Хоҙайбәндә ауылына етәрәк, тәүҙә – йәнәшендәге, унан артта ултырған пассажирҙарға ҡарап хәбәр һөйләмәксе булды ла уйынан кире ҡайтты. Барыһы ла ниҙер менән мәшғүл ине, иғтибарҙарын ситкә йүнәлткеһе килмәне.
“Был ауыл исемдәргә бик бай – Түбәнге Казарма һәм Аҡҡондоҙ тип йөрөтә халыҡ”, тип маҡтанғыһы килгәйне, йәнәһе, күпте белә. Уның ҡарауы, Етебөгөлдөң тап уртаһында саҡта ҡапыл кемдер телгә килде.
"Ерҙә ятып йоҡларға ярамай, һис тә ярамай..." – тине ул. Йылайырға ҡайтып барған Сәбилә апай икән. Ысынлап та, тау битендә бер көтөүсенең ҡырын төшөп ятыуы күҙгә ташланды. Ир рәхәтләнеп йоҡлай шикелле, аты эргәһендә ашап йөрөй, ә көтөү үҙәнгә һибелгән.
– Йәйҙең өйө күп, ти торғайны әсәйем, рәхәтләнеп ял итһен әйҙә, – тип ныҡышты таксист.
– Ярамай тигәс, ярамай.
Ә ни өсөн ярамағанлығын автомобилдәге барыһы ла ишетте. Июль-август айҙарында халыҡ дәррәү бесән эшләй. Тракторы булһа ла, йорто сабынлыҡтан алыҫ урынлашмаһа ла, Рәхимйән Олокисеү тигән урында йыш ҡына йоҡлап ҡалған. Ә инде башҡалар иртән бында тағы килгәндә, ир инде бер нисә бакуй сабып та һала икән. “Бер һыуһынлыҡ булды, әйҙәгеҙ, сәй эсәйек”, – тип ҡунаҡсыллыҡ менән ҡаршылаған ир яңы килгәндәрҙе.
Ә бер көн тып-тын... Бүтән ваҡытта ауылдаштарын иртә менән мәрәкәләп сәйгә саҡырған ирҙең бөгөн тауыш-тыны ишетелмәй. Ғәжәп, ҡыуышта йоҡлап ята!
– Рәхимйән абзый, тор, ҡояш арҡан буйы күтәрелде бит!
– Ниңәлер бөтөнләй хәл юҡсы...
– Нимә булды?..
Ирҙәр, Рәхимйән саф һауа һулаһын тигән маҡсатта, уны ҡайын төбөнә сығарып һалған. Кискә табан ғына дауаханаға оҙатҡандар.
"Кабинеттан кабинетҡа ыҙалатып йөрөтөүҙең фәтүәһе теймәне, – тип моңһоу ҡарашын ситкә төбәне апай. – Ауырыуҙың сәбәбен асыҡлай алманылар. Өйөндә бер аҙна тирәһе ятты, һыуҙан башҡа бүтән бер ни ҙә эсә лә, ашай ҙа алманы. Ҡатыны Өфөнән йыраҡ булмаған бер районда өшкөрөүсе әбей барлығы хаҡында ишеткән дә, шунда алып барайыҡмы әллә, тип минән кәңәш һораны..."
Әҙәм балаһын өмөт йәшәтә. Өсәүләшеп киткән былар дауалаусы әбейгә. Ғәжәп, шул ҡарсыҡта булғандан һуң Рәхимйән түшәгенән торған, тамағына ашай башлаған. Ышанырғамы-юҡмы, әбей өшкөргәс, ир ҡоҫоп, эсенән ҡорттарҙы сығарған.
– Иҫ белмәй йоҡлағанда ауыҙына ингән бер ҡорт эстә ныҡ үрсеп киткән. Шулай үлемдән саҡ ҡалды Рәхимйән. Ҡабатлап әйтәм: бер ҡасан да ерҙә йоҡларға ярамай, – тип тамамланы һүҙен апай.
Фото: lori.ru
Автор: Илдар Акьюлов
Читайте нас: