Иген ҡырҙарының биҙәге. Уны сәскә атып бөткәнсе йыйырға кәрәк. Күк сәскә төнәтмәһе бауыр эшмәкәрлеген көйләй, үт бүленеп сығыуҙы яҡшырта, организмдағы төрлө микробтарҙы юҡ итә, бәүел ҡыуҙыра. Күҙ ауырыуҙары – конъюнктивит, блефаритты ла дауалый, тәндәге һыҙлауыҡтарҙы, эренле бетсәләрҙе бөтөрөүгә булыша. Бит тиреһе артыҡ майлы булһа, күк сәскә төнәтмәһе менән йыуырға кәрәк. Уны яһау өсөн бер сәй ҡалағы ваҡланған үлән өҫтөнә ҡайнап сыҡҡан бер стакан һыу ҡоялар һәм 20 минут төнәтеп, һөҙәләр. Ашарға 15-20 минут ҡалғас, көнөнә өс тапҡыр икешәр аш ҡалағы эсергә кәрәк.