Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
24 Май 2020, 23:14

Беҙҙе оло ағайҙарыбыҙ шулай өйрәтте

.

Мин 1-се мәктәп-интернатта 1986 йылдың 1 сентябрендә 9-сы класта уҡый башланым. Яңы килгән һәр балаға кеүек үк, әлбиттә, тәүҙә бик ауыр булды. Уҡыу буйынса ла, тәртипкә яраҡлашып китеү йәһәтенән дә.
Бер хәлде һаман да иҫләп алам. Интернатҡа тәү аяҡ баҫҡан саҡ. Мин – ауылдан килгән үҙ һүҙле, бик ҡыҙыу, яндырай үҫмер. Үҙемә оҡшамаған һәр һүҙҙән тоҡанып китергә әҙер генә торам. Уҡыу башланыуға ике-өс ай үткәндер, бер партала ултырған класташ ҡыҙ менән арабыҙҙа низағ килеп сыҡты. Бик ҡыҙып киткәнмен шунда. Мине бөтә класс алдына сығарып, класташтарым тәрбиә эше үткәрҙе. Ул ваҡытта дәрес әҙерләү системаһы бик ҡаты ине. Директорыбыҙ Ильяс Иштуған улы Вәлиев тарафынан балалар бер-береһен тәрбиәләргә тейеш тигән бурыс ныҡлы ҡуйылғайны. Аҙна һайын һәр кемдең тәртип торошо теркәлә барып, һуңынан йыйылыш үткәрелеп, анализ яһала, шелтә бирелә торғайны. Класта комсорг, староста бар, төрлө секторҙарҙың етәкселәре билдәләнгән. Ошондай класс йыйылыштарының береһендә мине алға сығарып ныҡ итеп тәнҡитләнеләр, әрләнеләр, аңлаттылар...
Тәүҙә оялып, ғәрләнеп, йәнә шул ҡыҙыулыҡ менән мәктәп-интернатты ташлап ҡайтырға йыйындым. Шул ваҡытта тәрбиәсемдең кәңәше һуңғы ҡарар кеүек булды. Фәриҙә Ғәни ҡыҙы үҙемде айырым саҡырып алды ла: “Данир, һин бит аҡыллы егетһең. Әлеге ваҡиғанан үҙең өсөн дөрөҫ һығымта яһа. Ҡыҙыу баш менән фекер йөрөтмә”, – тине. Ауылға ҡайтып китәм тигән ерҙән мине ошо һүҙҙәр, тәрбиәсемдең үҙемә ҡарата ышанысы туҡтатты. Уйға ҡалдым. Төрлөсә фекер йөрөтөп, хаҡ булмағаныма ныҡлы төшөндөм. Аңланым: үҙеңдән үҙең ҡасырға ярамай, ә үҙеңде үҙең үҙгәртергә кәрәк. Бына шулай уҡый башлау менән класташтарым минең ҡыҙыулығымды һүндерҙе. Уларҙың, шулай уҡ тәрбиәсебеҙ Фәриҙә Ғәни ҡыҙының, класс етәксебеҙ Алма Сәлмән ҡыҙының ярҙамында “йәмғиәттә йөрөһөң икән, үҙеңде тәртипле тоторға, бүтәндәрҙе хөрмәт итергә бурыслыһың” тигән аҡылға үҙ миҫалымда тәрән төшөндөм. Ҡыҙыулыҡ, яндырайлыҡ менән бер эш тә сығарып булмай. Тәүге тормош һабағы ине был минең өсөн.
Мәктәпте тамамлап сыҡҡанда инде йәмғиәткә яраҡлашҡан егет инем. Интернатта йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашаһың, класта ла ниҙер өсөн яуаплыһың бит – шул да тәрбиәләй торғайны. Уҡыу йортонда алған йәмәғәт башланғыстары миңә артабан йәштәр ойошмалары төҙөү, башҡорт йәштәре иттифағы ойоштороуға этәргес бирҙе.
Әлбиттә, хәҙер йылмайып хәтергә алырлыҡ ваҡиғалар ҙа күп булды уҡыған осорҙа. Шуларҙың береһе менән уртаҡлашып үтәйем. Йыл һайын май айында еңел атлетика буйынса эстафетала ҡатнаша торғайныҡ. Беҙҙең класс егеттәрен ярышҡа бер команда итеп әҙерләнеләр. Ә тап ошо май айында торбалар буйлап ҡыҙҙар яғына сығып, уларҙы паста менән буяу башлана. Яҙ бит инде, ҡан уйнап тора. Иртәгә ярыш тигән төндә лә “йола”ны боҙманыҡ, һөҙөмтәлә икенсе ҡаттан бергәләп ҡолап төштөк... Ауыртынып, икенсе көн йүгереүебеҙҙең рәте булманы. Шунда мәктәп-интернат эстафетала беренсе тапҡыр икенсе урын алды. Беҙҙе Рәүеф Ғәзиз улы теҙеп ҡуйҙы ла (сәбәбен белгән) бик ҡаты әйтте: “Был спорт менән шөғөлләнгән йәш кешеләр өсөн күрһәткес түгел. Ярышҡа бит күпме әҙерләндек! Маҡсат ҡуйғанһығыҙ икән, уны тормошҡа ашырырға өйрәнергә кәрәк. Ә тап ярыш алдынан төнөн йоҡламай ҡыҙҙар яғына сабырға түгел...”
Әйткәндәй, класыбыҙҙан барыһы ла юғары уҡыу йорттарына инде. Һаман да татыубыҙ, аралашып йәшәйбеҙ. Хәҙер инде үҙеңдең “В” класың ғына түгел, ә мәктәпте тамамлаған барлыҡ сығарылыш уҡыусылары бер класс һымаҡ. Улар үҙеңдеке, туғаның, яҡын кешең... Мин Башҡортостандың да, Рәсәйҙең дә бер урынында ла 1-се мәктәп-интернаттағы кеүек дуҫлыҡты, “һин беҙҙеке бит әле” тип ярҙам итеүҙе күргәнем юҡ. Был бик күптән һалынған, тәрән тамырлы, ныҡлы йола. Уны беҙҙең өлкән ағайҙарыбыҙ оло бурыс кеүек үтәп, лайыҡлы өлгө күрһәтте, быуындан быуынға тапшырыуға булышлыҡ итте.
...1988 йылда БДУ-ның тарих факультетына уҡырға килдем. Ашханала ултырһам, бер ағай асҡысын юғалтҡан да таба алмай йөрөй. Мин – интернат балаһы, тәртипле бит инде, эҙләшә башланым. Йәһәт кенә табып та бирҙем. “Кем һуң һин, ҡайҙан килдең?” – ти ағай. “1-се мәктәп-интернатта уҡыным”, – тим. Ағайҙың шундуҡ йөҙө балҡып китте. “Бәй, интернатташ та баһа беҙ! – тип ҡыуанып китте ул. – Әйҙә һин миңә иртәгә кафедраға инеп сыҡ әле!” Беләһегеҙме, ул кем булып сыҡты? Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов!
Иртәгәһен килдем. Ағай тәүҙә мәктәп-интернатта уҡыған йылдары тураһында һөйләп алды. Унан мине үҙенең факультетына уҡырға саҡырҙы. Йыл һайын археологик экспедицияларға алып сыға башланы, үҙенә лаборант итеп ярты ставкаға эшкә урынлаштырҙы...
Әле лә тулҡынланып иҫкә алам: ошо БДУ-ның тарих факультетында Әнүәр Закир улы Әсфәндиәров, Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов һ.б. 1-се мәктәп-интернатта белем алған ағайҙар беҙҙе, шул уҡ уҡыу йортон тамамлағандарҙы, бер урынға туплап, ныҡлы эш алып бара торғайны. Һәр ваҡыт хәлебеҙҙе белешеп торҙолар. Уйлап ҡараһаң, мәктәп-интернатты беҙҙән бик күп йылдар алда тамамлағандар бит инде. Уларҙың йәштәргә ошондай мөнәсәбәте беҙгә лә киләсәктә үҙебеҙҙән бәләкәйҙәргә шулай ҡарарға өйрәтте. Арҙаҡлы профессорҙарҙың ябай һәм оло тәрбиә һабағы булды был. Мин дә ошо өлгөлә хәҙер 1-се гимназия-интернатты тамамлап килгәндәргә һәр саҡ ярҙам итергә тырышам, үтенестәрен бер ваҡытта ла кире ҡаҡмай, ҡайһы яҡтан булһа ла булышлыҡ ҡылырға ынтылам. Улар минең өсөн яҡын туған һымаҡ. Ҡасандыр үҙемә ағайҙар шулай ярҙам иткән, тормошта юл күрһәткән икән, мин дә шундай булырға бурыслымын.
Университетта уҡығанда мәктәп-интернатта һалынған хеҙмәткә һөйөү, таҙалыҡҡа ынтылыу тәрбиәһе ныҡ ярҙам итте. Туған уҡыу йортобоҙҙа һәр эшкә өйрәттеләр. Беҙҙең йылдарҙа интернат биләмәһендәге ҙур майҙанлыҡ урынды өс метр тәрәнлектә ҡаҙып, теплица ла яһағайныҡ. Оҙаҡ ваҡыт торҙо ул. Йәшелсәне балалар үҙҙәре үҫтерә торғайны. Шул уҡ ваҡытта таҙалыҡҡа ҙур иғтибар бирелде.
Һөҙөмтәлә, хәтеремдә, университетҡа килгәс, ҡанға һеңгән режим буйынса йәшәй башланым. Иртәнсәк сәғәт 7-се яртыла торам да квартал буйлап йүгерәм, турникта ҡалҡынам, унан бүлмәгә ҡайтып ашарға бешерәм, ашайым, аҡ күлдәк, костюм-салбар кейеп, галстук, комсомол значогы тағып дәрескә китәм. Ә ауылдарҙан килгән дуҫтарым 9 тулыуға 15 минут ҡалғанда саҡ тороп, мин бешергәнде ашап, университетҡа йүгерә. Аудиторияла иһә ҡаланан булған курсташтарым: “Данир, көн дә ниндәй байрам ул һиңә?” – тип аптырап һорар ине. Уларса, байрамға ғына ошолай кейенеп йөрөйҙәр... Интернатта шулай өйрәнгәс, барыһы ла ғәҙәткә тәрән һеңгән: һәр ваҡыт бөхтә йөрөү, барыһын да ваҡытында башҡарыу, һуңламау мөһимлеге университет йылдарының ғына түгел, ә тотош тормошомдоң ҡағиҙәһенә әйләнде.
Бөгөнгөм өсөн туған мәктәп-интернатыма, уҡытыусыларыма, тәрбиәсем Фәриҙә Ғәни ҡыҙына, класс етәксем Алма Сәлмән ҡыҙына, класташтарыма, интернатташтарыма ҙур рәхмәт! Әйткәндәй, әле бәләкәй ҡыҙым гимназияның 11-се класында белем ала. Шул мөхиттә үҫһен, быуындар сылбыры дауам итһен тинем.
Данир ҒӘЙНУЛЛИН,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатының 1988 йылғы сығарылыш уҡыусыһы,
Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге етәксеһе.
Читайте нас: