Ишембай ҡалаһы уҡыусылары Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажинға һәм урындағы хакимиәт башлығы Азамат Абдрахмановҡа видеомөрәжәғәт яҙған.
Уҡыусылар “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын ғәҙәттәге форматта үткәреүҙе үтенә. “Беҙ ҙә байрам теләйбеҙ! Алъяпҡыстар һәм костюмдар кейергә! Таҫмалар һәм банттар тағырға! Күҙ йәштәре менән һәм ҡосаҡлашып хушлашырға!” - тип мөрәжәғәт итә улар. Уҡыусыларҙың изоляциянан һуң бер-береһе менән осрашҡыһы, уҡытыусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйткеһе лә килә.
Улар "Һуңғы ҡыңғырау"ҙы май аҙағында түгел, ә эпидемиологик хәл яҡшырғас үткәреүҙе, әлегә артҡараҡ күсереүҙе үтенә. Тик ул онлайн тәртибендә түгел, ә мотлаҡ йәнле осрашыу рәүешендә үтергә тейеш, тип иҫәпләй улар.
Балаларҙың теләге аңлашыла, әлбиттә. Тик барыһы ла беҙҙән тормай, эпидемиологик хәлдең киҫкенлеге әлегә һәммәбеҙҙе байтаҡ ғәҙәттәрҙән, байрамдарҙан мәхрүм итә. Ә Берҙәм дәүләт имтихандары, алдан хәбәр итеүебеҙсә, ғәҙәттәгесә үтәсәк.