Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
23 Май 2020, 00:40

"Юлды тыныс ҡына үтһәк, еңеп сығасаҡбыҙ"

.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә коммерцияға ҡарамаған халыҡты социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары етәкселәре менән осрашты. Унда коронавирус пандемияһы шарттарында социаль хеҙмәткәрҙәрҙең эшмәкәрлеге мәсьәләләре тикшерелде.
Осрашыу Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә үтте. Сара башланыр алдынан төбәк етәксеһе учреждениеның эше менән танышты. Директор Зөлфирә Мәсҡолова үҙәк белгестәре көн һайын хәл иткән мәсьәләләр тураһында һөйләне.
Осрашыуҙы асып, Радий Хәбиров коронавирусҡа көрәш шарттарында социаль хеҙмәттәрҙең бик күп бурыстарҙы тормошҡа ашырыуын телгә алды, социаль хеҙмәткәрҙәргә рәхмәт әйтте. Республика Башлығы билдәләүенсә, хәүеф төркөмөнә ингән 65 йәштән өлкәнерәк кешеләрҙе өйҙә ҡалырға инандырыу – иң мөһим бурыстарҙың береһе.
– Коронавирусҡа бәйле хәл бик ҡатмарлы. Беҙҙең республика был йәһәттән канаттағы эквилибристы хәтерләтә, – тине ул. – Тайып китһәк, ҡурсаланыу тәртибен, башҡа санитария нормаларын боҙһаҡ, "упҡын"ға осоп төшөрбөҙ, сирлеләр һаны ҡырҡа артасаҡ. Йә иһә был юлды тыныс ҡына үтәсәкбеҙ һәм сирҙе еңеп сығасаҡбыҙ.
Башҡортостан Башлығы стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларын карантинға күсереүҙең дөрөҫ аҙым булыуын билдәләне. Ул шулай уҡ хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә коронавирус йоҡторған социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, табиптарҙы, полиция вәкилдәрен, ирекмәндәрҙе республика шифаханаларында реабилитацияларға ҡарар итеүе тураһында ла әйтте. Радий Фәрит улы вице-премьер – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Ивановаға ошо кешеләрҙең исемлеген төҙөй башларға ҡушты.
Осрашыуҙа ойошмалар етәкселәре ҡурсаланыу режимындағы кешеләргә ярҙам итеү ғәмәлдәре тураһында һөйләне. Шулай уҡ өлкәндәр өсөн көндөҙгө төркөмдәр асыу тәҡдиме булды. Радий Хәбиров, иң элек райондарҙың береһендә ошондай пилот проектын тормошҡа ашырып ҡарарға кәрәк, тигән фекер белдерҙе.
Сарала ҡатнашыусылар карантин тәртибенә күсерелгән дәүләткә ҡарамаған социаль учреждениелар коллективына өҫтәмә аҡса түләү, социаль хеҙмәткәрҙәргә коронавирусҡа тест үткәреү, йәмәғәт транспортында ташламалы хаҡҡа юл йөрөүҙе тәьмин итеү мәсьәләһен күтәрҙе.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: