Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
23 Май 2020, 00:45

Самолет йорттар өҫтөнә ҡолаған

.

“Пакистан авиалиниялары”ның “A320 Airbus” һауа лайнерында фажиғә ваҡытында 107 кеше була. Самолет илдең көньяғындағы Карачи порт ҡалаһына Лахорҙан осоп килгән булған.
Авиалайнер аэропортҡа етәрәк урында торлаҡ кварталына ҡолай.
Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, биш йорт зыян күргән. Пилот бәлә алдынан авария тураһында сигнал ебәрә, борттағы техник етешһеҙлектәр фажиғәгә килтергән тип фараз ителә.
Илдең Граждандар авиацияһы идаралығы аэропортта ғәҙәттән тыш хәл иғлан иткән, ҡотҡарыу эштәре бара. Ҡорбандар, зыян күргәндәр тураһында әлегә теүәл хәбәр юҡ.
180 пассажирға иҫәпләнгән “A320 Airbus” самолеты 1987 йылдан эксплуатацияланған була.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: