Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 21:59

ЯЛ КӨНДӘРЕНӘ БАШҠОРТОСТАНДА +29 ГРАДУСҠАСА ЙЫЛЫТА

.

Башҡортостанға һалҡынса көндәрҙән һуң яйлап йылы әйләнеп ҡайта. Ял көндәрендә республиканың көньяғында +29 градусҡа тиклем йылы булыуы көтөлә.
Башгидрометүҙәк синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, шәмбе һәм йәкшәмбе республиканың бөтә райондарында ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр һәм йәшен фаразлана. Төндә термометр бағанаһы +7, +12 градусҡаса төшә, көндөҙ һауа +20, +29 градусҡаса йылына.
Өфөлә шәмбе ямғырлы, ләкин йылы була. Һауа температураһы көндөҙ +18-ҙән +21 градусҡа тиклем тирбәлә. Йәкшәмбе, 24 майҙа, тағы ла эҫерәк, +24, +26 градус була.

"Башинформ"

Читайте нас: