Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 22:36

"Һөт кухняһы" үҙенең кәрәклеген раҫланы

.

14 апрелдә граждандар менән эшләүҙе ябайлаштырыу һәм яйға һалаһы мәсьәләләрҙе хәл итеүҙе еңеләйтеү өсөн республиканың “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы ойошмаһы колл-үҙәк булдырғайны.
Бер ай эсендә операторҙар республика халҡынан 1 мең 548, шул иҫәптән Өфө етештереүселәренән һөт аҙыҡ-түлек алғандарҙан – 660, Сибайҙыҡынан – 15, Белореттыҡынан – 20, Нефтекаманыҡынан – 34, Октябрьскийҙыҡынан – 48 һәм Стәрлетамаҡтыҡынан 50 шылтыратыу ҡабул иткән.
Һорауҙарҙың күбеһе һөт продукцияһын бушлай алыуға документтар рәсмиләштереү барышы, тәғәйенләү нормалары, продукцияны алғандарҙы мәғлүмәт базаһына индереү, таратыу пункттарында аҙыҡ-түлектең барлығы-юҡлығы, “Һөт кухняһы”ның байрам һәм үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда эш графигы менән бәйле булған.
Колл-үҙәк үҙенең һөҙөмтәлелеген раҫлаған. Ул коронавирус инфекцияһына бәйле юғары әҙерлек режимынан сыҡҡандан һуң да эшен дауам итәсәк. Ата-әсәләр 8(347)246-55-01 телефоны буйынса шылтырата ала.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: “Һөт кухняһы”ның бер йыл хеҙмәтләндереү осоронда республикала тәүлегенә биш тоннаға тиклем продукцияны эшкәртеү ҡеүәте булған алты етештереү урыны барлыҡҡа килде, 97 таратыу пункты асылды. Бынан тыш, Өфө, Нефтекама ҡалаларына, Өфө, Краснокама, Белорет, Туймазы, Бәләбәй һәм Ҡырмыҫҡалы райондарына алып барып таратыу ойошторолдо.
Әле ташламалы категорияға ҡараған 22 705 бала һөт аҙыҡ-түлеген бушлай ала. Уны шулай уҡ “Һөт кухняһы” фирма магазиндарында, “Байрам”, “Йәрминкә”, “Әфлисун”, “Аҡсарлаҡ” һәм “Стерх” сауҙа селтәрҙәрендә алырға мөмкин.
Фото: myrouble.ru.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: