Хәйбулла хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 20:45
Сирлеләрҙе госпиталгә оҙатҡандар
.
Белорет үҙәк район клиник дауаханаһының баш табибы вазифаһын башҡарыусы Виктор Чубик 19 майҙа учреждениеның ике корпусы карантинға ябылыуын белдергән. Педиатрия корпусынан иһә Роспотребнадзор менән килешеүгә ярашлы пациенттар өйгә ҡайтарыла. Әлеге ваҡытта дезинфекция эштәре башланған. Иртәгә ул тамамланасаҡ. Эшкә был пациенттар менән бәйләнешкә сыҡмаған хеҙмәткәрҙәр сығасаҡ.
- Үҙәк корпусты ла карантиндан сығарыу планы ҡабул ителде. Әлегә тиклем коронавирус инфекцияһына анализ һөҙөмтәләре ыңғай булған барлыҡ пациенттарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе йә госпиталдә, йә амбулатор шарттарҙа дауаланырға оҙаттыҡ. Инфекцияға ҡабаттан анализдар алынды. 22 майҙа ике анализ һөҙөмтәһе кире булған һәм дауаланыу осоро үткән пациенттарҙы өйгә, 14 көнлөк өйҙәге үҙизоляцияға ҡайтарыу планлаштырыла, - тип белдерә Виктор Чубик.
Әйтеүенсә, бөгөн корпуста коронавирус инфекцияһына анализдары ыңғай булған пациенттар һәм хеҙмәткәрҙәр юҡ. Корпустар периметры буйынса һаҡ ҡуйылған, дауахана биләмәһенә инеү тыйылған. Пациенттарға шәхси әйберҙәрҙе 15-тән 19 сәғәткә тиклем килтерергә мөмкин. Үҙәк ҡапҡа янында уны дежур хеҙмәткәр ҡабул итә. Виктор Чубик әйтеүенсә, хирургия, онкология, травматология буйынса медицина ярҙамы күрһәтеү ваҡытлыса завод поликлиникаһы базаһында ойошторолған.
Фото "Башинформ" агентлығынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?