Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 17:51

Сәскәләре күҙҙең яуын ала

-

Бер байрам да, бер генә тантана ла сәскәләрһеҙ үтмәй. Уларҙы барыһы ла ярата. Сәскәләр – урамдарҙы, баҡсаларҙы, парктарҙы, йорттарҙы йәмләй, ә бүлмә гөлдәре ҡалай матур һуң! Донъяла сәскәләрҙән дә матурыраҡ, наҙлыраҡ әйбер юҡтыр ул. Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләр үҫтереүсе ҡатын- ҡыҙҙар иһә икеләтә матур кеүек. Шундайҙарҙың береһе – Аҡъяр ауылынан шәхси эшҡыуар Фидәлиә Ишемғолова.
“Йорт алдында аллы-гөллө сәскәләрҙән ожмах мөйөшөн теләгән һәр кеше яһай ала. Сабырлыҡ, тырышлыҡ һәм бер аҙ ғына фантазия кәрәк”, - ти Фидәлиә ханым. Ишемғоловтар ғаиләһе күҙҙең яуын алған төрлө сәскәләр менән ихаталарын ғына биҙәп ҡалмай, ә башҡалар ҙа матурлыҡ тыуҙыра алһын өсөн сәскә үҫентеләрен һатыу менән дә шөғөлләнә. Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә 150 мең һум грант та алғандар. Был эштә Фидәлиәнең әсәһе Фәнүзә Амантаева һәм бейеме Миңһылыу Ишемғолова уң ҡулы.
  • Былтыр йәй теплица ҡороп, ҡышҡыһын уны йылыттыҡ. Киләсәктә эшебеҙҙе тағы ла киңәйтергә, сәскә төрҙәрен арттырырға ниәтләйбеҙ. Бының өсөн ҙурыраҡ теплица эшләргә кәрәк буласаҡ. Әле 30 төрлө петуния, портулак, астра, гарциния, бәрхәт, георгин, сальвия, цинерария кеүек 15-ләп төр сәскә үҫентеләре бар. Уларҙы һатып алырға теләүселәр бихисап. Шуға күрә киләһе йыл ассортиментты тағы ла байытырға иҫәпләйбеҙ. Орлоҡтарҙы һәм тупраҡты, сәскәләр ныҡ булһын өсөн витаминлы ашламаларҙы сифатлынан алабыҙ. Тырышһаң, яҡшы ғына килем дә алырға була. Әсәйем һәм бейемемдең сәскәләрҙе үҫтереүҙә һәм тәрбиәләүҙә ярҙамы ҙур. Уларһыҙ бер үҙем генә атҡарып сыға алмаҫ инем. Үҫентеләр менән эш миҙгелен тамамлағас, бүлмә гөлдәрен үрсетеүгә тотонорға уйлайбыҙ. Тағы ла үҙебеҙ үҫтергән гөл-сәскәләрҙе һатыу өсөн магазин да асырға теләк бар. Шуны билдәләп үтергә теләйем: икенсе йыл ойошмалар сәскә үҫентеләренә алдан заказ бирһә яҡшы булыр ине. Сөнки быйыл һораусылар шул тиклем күп, хатта сәскәләрҙе еткереп булмай, – ти Фидәлиә Амур ҡыҙы.
  • Беҙ электән ишек алды тултырып сәскәләр, өй тултырып гөлдәр үҫтерергә яраттыҡ. Фидәлиә ҡыҙым менән бергәләп уларҙы тәрбиәләнек. Шунан ул кейәүгә сығып, декрет ялында ултырғанда бер аҙ аҡса эшләү өсөн тәҙрә төбөндә сәскә үҫентеләре үҫтереп һатты. Кейәүебеҙ теплица ҡороп биргәс, шунда күпләп үҫтерә башланыҡ. Ҡыҙым эштә саҡта ҡоҙағый менән бергәләп сәскәләрҙе тәрбиәләүҙә ярҙам итәбеҙ. Сәскә үҫентеләрен һораусылар күп. Былтыр ҙа ҡыҙым сәскә үҫентеләрен һатып, яҡшы ғына килем алды, - ти Фәнүзә Шәһишәриф ҡыҙы.
  • Сәскә үҫтереү бик ваҡ эш. Үҫентеләрҙе йәш бала кеүек ҡарарға кәрәк. Шуға күрә киленгә күмәкләп ярҙам итәбеҙ. Был эште ғинуар башынан уҡ башланыҡ. Сәскәләрҙе партия менән сәсәбеҙ, берәүҙәре сәскә ата торғансы, икенселәре һатыла башлай. Ҡайһы бер сәскә үҫентеләре ярты йылдан һуң ғына сәскә ата, шуға күрә икенсе миҙгелгә эште ноябрь-декабрҙән үк башларға ниәтләйбеҙ, -- ти Миңһылыу Лоҡман ҡыҙы.
  • Егәрленең ҡулы етәү тигәндәй, ғаилә бының менән генә туҡтап ҡалмаҫҡа, ә ағас үҫентеләре үрсетеү менән дә шөғөлләнергә ниәттәре бар. “Сәскә үҫтереү менән шөғөлләнә башлағас, был эштең күп нескәлектәренә төшөндөк”, - ти Фидәлиә. Хәҙер инде уңған хужалар һәр сәскәне дөрөҫ ултыртыуҙан алып нисек туҡландырыу кәрәклегенә тиклем белә. Бар нәмәнән йәм табып, матурлыҡҡа тартылып йәшәгән кешеләр һоҡланыу уята.
    Читайте нас: