Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 20:42

Платоға сыҡтыҡмы икән?

.

Республикала үткән тәүлек эсендә коронавирусты йоҡторғандар тағы 90-ға артты. Шулай итеп, уларҙың дөйөм һаны 2514-кә етте. Күреүебеҙсә, һуңғы көндәрҙә вирусты эләктереүселәр һаны бер тирәлә тирбәлә, тәүлек һайын 80-90 кешенең сиргә юлығыуы күҙәтелә.
Был ғалимдар күҙаллаған платомы, юҡмы – быныһы әлегә билдәһеҙ, алдағы көндәрҙә статистикаға ҡарап, белгестәр үҙ һүҙен әйтер. Был һандың тиҙерәк кәмеүенә өлгәшеү өсөн барыбыҙҙың да эпидемиологик сараларҙы теүәл үтәүебеҙ талап ителә, нисек кенә был хәлдән ялыҡһаҡ та, уяулыҡты юғалтмаҫҡа, үҙебеҙҙе һәм яҡындарыбыҙҙы һаҡлау хәстәрен күрергә кәрәк.
Әле республикала ауырыуҙар һаны - 1704 кеше. 792 пациент һауыҡҡан, яңы үлем осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй (барлығы- 18 кеше).
Һуңғы тәүлектә Рәсәйҙә 8 894 кешенең вирусты йоҡтороуы асыҡланған, 150 пациент вафат булған.
Фото:paper.li.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: