Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 16:22

“Мине ҡабатлаһалар, киреһенсә, ҡыуанам ғына”

/

Бынан өс йыл элек "Башҡортостан"гәзитенә биргән интервьюһында ул башҡорт сәнғәте менән донъя кимәленә сығырға йыйыныуы хаҡында һөйләгәйне. Бөгөн уны Башҡортостанда, Рәсәйҙә генә түгел, Европа илдәренә лә сығыш яһарға саҡыралар. Йәш, һәләтле, ут егет – Зәйнетдин, йәғни Заһир Зәйнетдинов – редакция ҡунағы.
– Тәүге әңгәмәбеҙҙә һин юл башында ғына, бер йыл эсендә юғары маҡсаттарға өлгәшергә йыйына инең. Килеп сыҡты­мы?
– Күп ниәттәрем бойомға ашты, тип уйлайым. Ул ваҡыт­та мин беренсе концертыма әҙерләнә инем, ә хәҙер килеп үҙемдең генә айырым өс концертым үтте. Ике йыл эсендә 700-ләгән тамаша ҡуйылды, 15 илдә сығыш яһаным, әлеге мәлдә лә күп пландар, күп уйҙар менән янам. Яңы йыл алдынан маҡсаттарымды теҙеп яҙып ҡуйыу ғәҙәтем бар. Был яҙмам­ды асып ҡарағанда, күбеһенә өлгәштем тип әйтергә була.

Күптәр: “Уңыштарыңдың, ниәттәреңдең бойомға ашыуы­ның сере нимәлә?” – тип һорай. Нисек кенә ауыр булмаһын, минең барыбер бөтәһе лә килеп сығасаҡ тим дә тыныс ҡына эшләп тик йөрөйөм. Ниндәй ҙә булһа һөҙөмтә барыбер буласаҡ. Бөгөн ике студиям, үҙ лейблым бар. Унда йәш артистарҙы ҡанат аҫтына алғанмын. Үҙ сәхнә командам бар, ул ун биш кешенән тора, унауһы сығыш яһаусылар булһа, бишәүһе – концерт директоры, продюсер, пиар-менеджерҙар. Беҙ көн-төн ижад итәбеҙ.

– Ижад юлыңда ниндәй ҡыйынлыҡтар осрай?
– “Zainetdin” проекты аҡса­һыҙ эшләнде, барыһы ла энту­зиазмға нигеҙләнгәйне. Баш­ҡорт милли уйын ҡоралдарын замансалаштырып, сағыу кос­тюмдар уйлап табып, шоу эшләү уйы тыуғайны. Беҙҙең бөтөнләй инвесторҙарыбыҙ, ба­ғыусыла­рыбыҙ булманы, үҙ кө­сөбөҙ менән күтәрелдек. “Үәт, уға барыһы ла еңел бирелде, уға ярҙам иттеләр!” тигәндәр ҙә табылды. Эйе, еңеллек тойҙом, сөн­ки барыһы ла ысын күңелдән эшләнә бит. Шул уҡ ваҡытта тәү­легенә дүрт кенә сәғәт йоҡ­лап, көн-төн шөғөлләнгәнем улар­ға билдәле түгел, әлбиттә. Бында бит иң мөһиме – һөҙөмтә. Ә ул бар. Рәсәй буйлап күп концерттар ҡуйылды, барыһында ла зал шығырым тулы ине. Һәм был сик түгел. Әлеге мәлдә беҙ федераль кимәлгә сығыу хыя­лы менән янабыҙ. Мин, мәҫәлән, “ГРЕММИ” музыкаль премия­һын ҡулға төшөрөргә хыялланам.

– Бөгөнгө көн – болға­уыр­ҙар заманаһы, тип әйтер инем... Һине яраталар, артың­дан эйәрәләр, сөнки һин – артист. Һин тамашасыға үҙ ижад емешеңде тәҡдим итәһең. Ә шау-шыу тыуҙырып, әлеге лә баяғы ғәҙәти булмаған образ уйлап табып, билдәле булған­дар ҙа бар. Уларға нисек ҡарайһың?
– Шау-шыу ойоштороу ҙа үҙе­нә күрә эш бит. Шул уҡ блогер­лыҡ та – эш. Кеше ҡарай, уға оҡшай. Ә шулай ҙа заманға яраҡ­лашһаң да, үҙең булып ҡа­лыу мөһим. Форсаттан файҙа­ланып, гәзит уҡыусыларға үҙ юлдарын табыуҙарын теләр инем. Башҡарған эшегеҙ оҡша­май икән – алмаштырығыҙ, тор­мошоғоҙҙан ҡәнәғәт түгелһегеҙ икән – үҙгәртегеҙ.

– “Zainetdin” проекты – ул ҡурай, ҡумыҙ, ул – этношоу, тимәк, уға миллилек хас. Беҙҙең асылда баҫалҡылыҡ, тыйнаҡлыҡ көслө, шуның арҡылы сәхнәлә бер ни тиклем сикләүҙәр ҙә бар. Һинең ижадыңа ла ҡағыламы был принцип?
– Ҡағылмай. Мин ижадым арҡылы күңелемде асып һалырға тейешмен.

– Тәнҡиткә нисек ҡарай­һың? Ижадыңа ҡағылышлы ниндәйерәк тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килде?
– Элек “Кеше ни әйтер? Матурыраҡ кейенергә кәрәк” тип уйлай торғайным. Ә хәҙер килеп бер нәмәгә төшөндөм: кеше, матур булһаң да, насар булһаң да, етешһеҙлек табып, барыбер һөйләнәсәк, ҡайһы берәүҙәргә барыбер ярап булмай. Киреһенсә, матур булһаң, бер һүҙ өндәшмәҫкә мөмкиндәр. Ҡалыптарҙан ситкә китһәң, иғтибар үҙәгендә йөрөйһөң. Кеше шундайҙарҙы ярата.

Мин сәмле кешемен, “Һинең бер нәмә лә килеп сыҡмаясаҡ!” тиһәләр, киреһенсә, ажарланып ижадҡа тотонам. Тәнҡитлә­һендәр өсөн махсус проекттар ҙа уйлап табырға тура килде, мәҫәлән, былтыр – “Холостяк” (Заһир интернет селтәрендә ҡыҙҙар араһында әллә нисә этаптан торған һайлау ойошторҙо, еңеүсене романтик осрашыуға саҡырҙы – авт.). Хатта тап ошо проект аша тағы ла киңерәк билдәлелек яуланым.

Төндәр буйы ултырып, уйлап сығарған, өҫтөндә даими эш­ләгән көйҙәремде плагиатлыҡта ғәйепләүселәр бар. Әллә ҡайҙан минекенә оҡшаған көйҙәр эҙләп табалар хатта. Шул тиклем эшһеҙлектән йонсойҙармы икән, аптырайым. Ололарҙан тәнҡит һүҙҙәре ишетергә тура килә: былай ярамай, тегеләй йырла­май­ҙар, улайтып ҡурай уйна­май­ҙар... Халҡыбыҙға хас консерватизм арҡаһында күп өлкәлә артта ҡалабыҙҙыр, тип уйлайым.

Ә шулай ҙа һуңғы арала барған үҙгәрештәр ҡыуандыра. Башҡортостанда етәкселек алмашыныуы сәнғәткә лә ыңғай йоғонто яһаны – яңы һулыш асылды. Телевидениебыҙҙа ҡы­ҙыҡлы тапшырыуҙар барлыҡҡа килә башланы. Шәп заманда тыуғанмын, ошо заманда бары­һына ла өлгөрөп ҡалырға кәрәк.

– Һинең хәҙер үҙ лейблың бар...
– Эйе, ул былтыр үҙ эшен башланы. Лейбл төҙөү уйы ме­нән күптән яна инем, был ниә­темде йырсы, продюсер Рөстәм Ғиззәтуллин менән бойомға ашырырға насип булды. Йыр яҙған йәштәрҙе йыйып алдыҡ, уларға ижад итер, үҫешер өсөн бөтә шарттар ҙа булдырҙыҡ, сөнки үҙемдән беләм – студент саҡта ҡайҙа барырға, нисек йыр яҙҙырырға тигән һорауҙар борсой. Йәштәргә ярҙам йөҙөнән ойошторолдо был лейбл.

– Командағыҙға һайланған артистарға ҡарата тәғәйен талаптар бармы?
– Улар ҡалыптарға һыймаға­ныраҡ, музыка донъяһына мө­киббән, даими ижади эҙләнеү­ҙәргә дусар булырға тейештәр. Анһат ҡына уйлағандар ҙа булды: йәнәһе, киләләр ҙә, беҙ тиҙ генә уларҙан йондоҙ эшләп, ҙур сәхнәгә сығарабыҙ... Улай булмай, әлбиттә. Килегеҙ – эшләгеҙ. Беҙ һеҙгә шарттар булдырабыҙ, ярҙам итәбеҙ. Ҡалғаны үҙегеҙ­ҙән, теләгегеҙҙән тора. Лейбл­дағы әлеге егеттәр минең кеүек йоҡо белмәй, студияла көн-төн ижад итәләр.

– Ижади көрсөк кисергәнең бармы? Янып эшләп йөрөй торғас, ҡапыл һүнеүеңдән ҡурҡмайһыңмы?
– Үткән йылда булғыланы. Ҡуйған маҡсаттарыма иреш­кән­дән һуң “Артабан ни эш­ләргә?” тип аптырауҙа ҡалдым. Ярты йыл тирәһе йөрөнөм был халәттә. Ни эшләргә? “Башҡорт­остан” дәү­ләт концерт залында ике концерт ҡуйҙым, гастролдәр менән Рәсәйҙе урап сыҡтым... Шул ваҡыттан башлап күңелем­де, асылымды яңы кисерештәр менән даими байытып торорға тырышам.

– Бер мәл сәхнәнән китергә лә йыйынғайның. Шул көрсөк ваҡытына тура килдеме был ҡарарың?
– Эйе. Сираттағы концерттан һуң артабан сығыш яһау теләгем юҡлығын аңланым. Мәскәү яғына сығып киттем. Әйтерһең, шуны ғына көткәндәр: күп тәҡ­димдәр яуа башланы. “Юғалт­һалар ғына, ҡәҙерҙе беләләр”, тиҙәр бит, шулай килеп сыҡты минең менән дә. Башҡортос­танға кире ҡайттым. Лейбл шул ваҡытта төҙөлдө, үҙем сығыш яһамайым, йәш егеттәрҙең сығыштарын продюсерлайым. Йәй миҙгелендә үҙемде ҙур-ҙур сараларға саҡыра башланылар: Өфөлә – Ҡала көнө,
Мәскәүҙә – мәҙәни саралар... Силәбегә Ҡала көнөнә саҡырҙылар, Тимати менән бер сәхнәлә сығыш яһаным. Унда ҡаланың һәр районында тамаша ойошторғандар, бер көндә дүрт концертта булдым. Шунан башланды Рәсәй буйлап саҡырыуҙар. Тап ошо мәлдә федераль кимәлгә сығыу, башҡа халыҡтар өсөн шоу яһау уйы яралды. 29 мартта үткән яңы шоу-концертыма Рәсәйҙең иң-иң дүрт дизайнерынан костюмдар тектерҙем. Алексей Балаш яңы программаның режиссеры булып сығыш яһаны. Уның исеме Рәсәйҙә генә түгел, башҡа илдәрҙә лә билдәле. Лондонда, Дубайҙа, Макаола, Шанхайҙа үҙ шоуҙарын ҡуйған, Лос-Анджелеста донъяуи кимәлдәге билдәле Голливуд йондоҙо, актриса, бейеүсе Дженнифер Лопес менән бергә эш­ләгән кеше ул. Алексей менән беҙ Instagram селтәре аша та­ныштыҡ. “Бөтә донъяны гиҙәм, ә һинеке һымаҡ шоуҙы берен­сегә күрәм, бик шәп, әйҙә хеҙ­мәттәшлек итәйек!” – тине.

Был яңы шоу менән беҙ ошо яҙ Европа илдәрен урап сығырға тейеш инек, әммә COVID пан­демияһы пландарҙы боҙҙо.

– Һин сығыш яһаған иң ҙур сәхнә?
– Өфөләге “Евразия йөрәге” фестивале, 40 мең кешенән тор­ған аудитория. Ҡырғыҙ­стан­дағы Бөтә донъя күсмә халыҡ­тар уйыны. Төркиәлә Истанбул ҡалаһындағы фестиваль. Былтыр йәй Ханты-Манси өлкәһе­нең Сорғот ҡалаһындағы концертыма ун мең тамашасы йыйылды, ҡала хакимиәте баш­лығы килеп ҡулымды ҡыҫты. Тамашасыларҙың күбеһе – Сор­ғотта йәшәгән милләттәш­тәре­беҙ, “Башҡортса һөйлә!” тип кенә торалар. Июнь аҙағына Мәс­кәүгә, Кремлдең концерт залына сығыш яһарға саҡырҙылар.

– Ә концерттарыңа кеше әҙ йыйылған осраҡтар булдымы? Шундай хәлдәрҙе нисек ҡабул итәһең, кәйефең ҡырыламы?
– Артист ниндәй генә халәттә, ниндәй генә кәйефтә булмаһын – был сәхнәлә тойолмаҫҡа тейеш. “Zainetdin” проекты ниге­ҙендәге иң беренсе концертым 2017 йылда “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында үтте. Залда бер кеше ултыра ине...

– Концерт ҡуйҙыңмы?
– Тамашасы килгән бит, нисек ҡуймайһың инде. Ул апай менән әле лә аралашып торабыҙ.

– Башҡа милләт вәкилдә­рен һинең ижадың ниндәй үҙенсәлектәре менән үҙенә йә­леп итә икән, ундағы милли һы­ҙаттармы, әллә шоу эле­мент­тарымы, нисек уйлай­һың?
– Мин сит ил кешеһе булһам, һигеҙ-унлаған кешенең төрлө ҡыҙыҡлы музыка ҡоралда­рында уйнауҙарын, сағыу костюмдар кейеп бейеүҙәрен үтә ҡыҙығып ҡарар инем. Бөтәһе бер юлы иғтибарҙы үҙенә тарталыр: ҡурайҙың үҙенсәлеге, сығыштың заманса, дәртле булыуы, акробатик хәрәкәттәр... Быларҙы айырым-айырым күрһәтһәң, ҡыҙығы булмаҫ ине.

– Төрлө ерҙәрҙә, төрлө халыҡ алдында сығыш яһағанда, башҡорт сәнғәтен һаҡлап ҡалыу, уны донъяға танытыуҙы маҡсат итеп ҡуяһыңмы?
– Мин бит ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнайым, йыш ҡына йәш быуын алдында, мәктәптәрҙә сығыш яһайым. Шундай хәл булғайны: Стәрлетамаҡтағы бер рус мәктәбендәге сығышымдан һуң ҡурай буйынса уҡытыу­сылары шылтырата. “Һеҙ балаларҙы нисек арбанығыҙ ул? Концертығыҙҙан һуң ҡырҡ рус балаһы килеп ҡурай түңәрәгенә яҙылды!” – тине. Яңы быуында музыка ҡоралдарыбыҙға ҡы­ҙыҡ­һыныу уятырға тырышам.

– Проектыңдың форматы – шоу, был башлыса йәштәргә оҡшай. Киләсәктә, олоғайһаң, ни эшләргә йыйынаһың? Әллә Филипп Киркоров кеүек шоуҙың икенсе төрөн уйлап сығармаҡсыһыңмы?
– Күҙ күрер, миңә әле 26 ғына йәш. Бәлки, продюсер ҙа булып китермен.

– Ҡабатларға тырыш­май­ҙармы проектыңды, сәхнә образыңды, үҙеңде?..
– Ҡабатлайҙар. Быға ҡыуа­нам ғына. Шәп тә инде (йылмая – авт.).
Автор: Айгөл ҒӘБИТОВА әңгәмәләште.
Читайте нас: