Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 21:51

ИЛ ЕТӘКСЕҺЕ 29 ИЮНДӘ БЕРҘӘМ ДӘҮЛӘТ ИМТИХАНЫН ҮТКӘРӘ БАШЛАРҒА ТӘҠДИМ ИТТЕ

.

Рәсәй президенты Владимир Путин 29 июндән Берҙәм дәүләт имтиханын үткәрә башларға тәҡдим итте.
«Коронавирус эпидемияһы хәүефенең тотороҡло кәмеүен иҫәпкә алып, тотош илдә Берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарырға кәрәк тип иҫәпләйем. Ул 29 июндә башлана», — тине Путин мәғариф системаһындағы хәл тураһында видеоконференция режимында уҙғарылған кәңәшмә барышында, тип хәбәр итте РБК каналы.
Мәктәптәр сығарылыш уҡыусыларына дистанцион режимда имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итергә тейеш, тип билдәләне етәксе. Быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын мәктәптән һуң юғары уҡыу йортона инергә йыйынғандар ғына тапшыра, тип өҫтәне ул. Сығарылыш уҡыусыларының барыһына ла аттестаттар бирелә.
Вуздарға ҡабул итеү августа ойошторола. Июндә Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра алмағандар уны августа юғары уҡыу йорттарында ҡалған урындарға бирә һәм сентябрҙә уҡый башлай ала. Быйылғы сығарылыш уҡыусыларын хәрби хеҙмәткә алыу кисектерелә.

Эльвира Хамзина

Читайте нас: