Бөтә яңылыҡтар
ДӨЙӨМ МӘҠӘЛӘЛӘР
22 Май 2020, 00:28

Хәйбулла йүнселдәре

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов онлайн-режимда сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н үткәрҙе //

Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов онлайн-режимда сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”н үткәрҙе. Унда эш төркөмө тарафынан ауыл хужалығы йүнәлешендәге бер проект ҡаралды.
Руслан Назаров Аҡъяр ауылында “Теплица хужалығын үҫтереү” проектын тәҡдим итте. Проекттың маҡсаты: теплица һатып алыу менән бәйле сығымдарҙы ҡаплау өсөн инвестиция йәлеп итеү. Инвестиция һалымдары йәшелсә продукциялары күләмен арттырыу мөмкинлеген бирә, ә был инде, үҙ сиратында, район халҡы өсөн өҫтәмә эш урындары булдырырға ярҙам итәсәк.
Проектты тормошҡа ашырыу өсөн теплица һатып алыуға “Агростартап” программаһы буйынса теплица хужалығын үҫтереүгә финанс ярҙам йәлеп итеү.
Проект буйынса фекер алышыуҙа инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ буйынса район хакимиәте башлығы урынбаҫары, район хакимиәте белгестәре ҡатнашты.
Кәңәшмә аҙағында Рөстәм Динислам улы тәҡдим ителгән проектты тормошҡа ашырыуҙа булышлыҡ итеү өсөн яуаплы кешеләргә күрһәтмә бирҙе.
Читайте нас: